Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Декабрь 2017, 11:13

Шашка - уйын һәм спорт

21 декабрҙән 23 декабргә тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһында рус шашкаһы буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәре командалары араһында мәктәп уҡыусыларының XX спартакиадаһының республика этабы үтте, унан беҙҙекеләр яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡайтты.

Был көндө отҡорлоҡта, иғтибарлыҡта һәм зирәклектә ярышыу өсөн республиканың 15 ҡалаһынан һәм 31 районынан 46 команда йыйылды. Стәрлебаштың дөйөм командаһы райондар араһында беренсе һәм 46 команда араһында дүртенсе урын яуланы. Һәр призерҙы айырым билдәләп үтке килә. Был Первомайский урта мәктәбенән Элина Нәзирова һәм Гүзәл Чапкина, 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе уҡыусылары Илнар Халиҡов һәм Эмиль Шәрипов, Ҡуғанаҡбаш урта мәктәбенән Рамазан Ғәлиев. Афарин!

Әмир ҒАТАУЛЛИН, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шахмат һәм шашка буйынса тренер-преподавателе.
Читайте нас: