Сара балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе преподавателе Илдар Моратовҡа күкрәккә таға торған билдә тапшырыу һәм билбауҙа көрәш буйынса "Рәсәй спорт мастеры" исемен биреүҙән башланды. Был көндө Илдар Илдус улын тәрбиәләнеүселәре лә (элекке һәм хәҙерге) һөйөндөрҙө. Стәрлебаштар 12 ауырлыҡ категорияһының 11ендә еңеү яуланы. Шулай итеп, шәхси зачетта беренсе урындар яуланы: Вилдан Вәлиев, Данил Йомадилов, Дим Ишембәтов, Аслетдин Отабоев, Фәдис Назаров, Рафиҡ Шароян, Раймон Моратов, Алмаз Аҡанаев (Ишембай ҡалаһы), Рөстәм Мөхәмәтшин, Илһам Ҡолһарин, Айнур Кинйәбаев, Азамат Собханғолов. Ярыш барышында үҫмерҙәр һәм өлкәндәр араһында турнирҙың абсолют чемпиондары асыҡланды. Улар Р.Мөхәмәтшин һәм А.Собханғолов. Рөстәм һәм Азамат бүләккә берәр һарыҡ алды.
Команда зачетында беренсе урындар шулай уҡ беҙҙең спортсыларҙа. Барлыҡ еңеүселәргә һәм призерҙарға грамоталар, миҙалдар, кубоктар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды.
Был бик һәйбәт турнир булды! Ул райондың спорт тормошонда тағы ла бер мөһим ваҡиғаға әүерелеп, унда ҡатнашыусыларға һәм көйәрмәндәргә бихисап дәрт-дарман, көс-ҡеүәт бүләк итте.