Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Декабрь 2017, 11:38

Келәмдә кем иң көслөһө?

Быны Стәрлетамаҡ ҡалаһында Волга буйы федераль округының белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында үткән IV Бөтә Рәсәй халыҡ уйындары һәм милли спорт төрҙәре фестивалендә асыҡланылар.

Көрәш көсөргәнешле булды, әммә, шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең көрәшселәр лайыҡлы сығыш яһап, еңеүсе булды. Рөстәм Мөхәмәтшин, Айнур Собханғолов, Рафиҡ Шароян көндәштәренә еңеүгә бер мөмкинлек тә бирмәне. Команда буйынса уларҙың иптәше Ринат Ильясов өсөнсө урын яуланы. Фото И.МОРАТОВ тарафынан бирелде.

Һәйбәт һөҙөмтә
Күптән түгел Пермь крайында көрәш буйынса үткән Рәсәй Чемпионатында тотош илдән иң көслө көрәшселәр командалары йыйылды.
Чемпионатта райондың ғына түгел, республиканың да спорт намыҫын беҙҙең көслө һәм талантлы спортсыларыбыҙ - Илдар Моратов һәм Айнур Кинйәбаев яҡланы. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ ауырлыҡ категорияһында призлы өсөнсө урын яуланы. Һөҙөмтә - бик яҡшы! Сөнки Рәсәй Чемпионатында ҡатнашыу ғына - ғәйәт ҙур ҡаҙаныш, ә почет пьедесталына күтәрелеү, тимәк, илдең иң көслө көрәшселәре иҫәбендә булыу тигән һүҙ. Афарин! Һеҙгә артабан да спортта уңыштар теләйбеҙ, егеттәр!
Фаягөл ЙОСОПОВА әҙерләне.
Читайте нас: