Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Декабрь 2017, 11:48

Афарин, яҡташтарыбыҙ!

Күптән түгел генә Өфө ҡалаһында ҡатнаш алыш буйынса Башҡортостан Республикаһы Кубогы үтте. Ярышта 13 команданан 60ҡа яҡын спортсы ҡатнашты.

Унда Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Батыр» клубында шөғөлләнгән өс яҡташыбыҙ уңышлы сығыш яһаны. Был көндө Ян Туҡтамышев, Илмир Байымов, Шамил Йәмилов (һүрәттә) наградаларға лайыҡ булды. Уларҙың барыһы ла үҙ ауырлыҡ категорияһында абсолют чемпион булды. Афарин! Ә бөгөн кис И.Байымовҡа баш ҡаланың «Өфө уттары» күңел асыу комплексында үтәсәк панкратион буйынса Һөнәри лигала ҡатнашырға тура киләсәк. Уға уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

Фото Я.ТУҠТАМЫШЕВ тарафынан бирелде.



Читайте нас: