Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Декабрь 2017, 14:06

Беҙҙең ветерандар һынатмай

Оло йәштә булыу - спортҡа ҡамасау түгел. Күптән түгел «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында үткән ветерандар араһында район фестивале шуға асыҡ дәлил булып тора.

Оло йәштә булыу - спортҡа ҡамасау түгел. Күптән түгел «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында үткән ветерандар араһында район фестивале шуға асыҡ дәлил булып тора.


Спортта әүҙем, инициативалы, көслө һәм ғәйрәтле - беҙҙең ветерандарыбыҙ тап шундай, улар һәр ваҡыт йәштәргә үрнәк булып райондың спорт, сәйәсәт, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Быны үҙҙәренең сәләмләү сығыштарында партияның урындағы бүлексәһе секретары, район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Н.Ҡ.Ғиззәтуллина билдәләне һәм ярышта ҡатнашыусыларға ныҡлы сәләмәтлек теләне. Рөстәм Ғәлиев башҡарыуында йыр йыйылыусыларға һәйбәт музыкаль бүләк булды. Фестиваль даирәһендә өс йәш төркөмөндә һәм бер нисә спорт дисциплинаһы буйынса төрлө ауыл биләмәләренән 35 ҡатнашыусы ярышты. Ҡулдарҙа иҙәндән этелеүҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында Мәүсилә Ғәниева (2-се Стәрлебаш урта мәктәбе) 20 тапҡыр этелгән көндәше Әлмира Әхмәтоваға (Күндерәк ауыл биләмәһе) ҡарағанда ла иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Ир-егеттәр араһында (60 йәштән 69 йәшкә тиклем йәш төркөмөндә) Илсур Рысаевҡа (Тәтер-Арыҫлан ауылы) тиңдәр булманы, ул был күнегеүҙе 38 тапҡыр эшләне. Ветерандар фестивале өсөн һәйбәт һөҙөмтә! Район үҙәгендә йәшәүсе Ҡасим Ғүмәров, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, «Ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү» күнегеүен 26 тапҡыр эшләп, хайран ҡалдырҙы. Һәм был бер минут эсендә! Уның ҡаҙаныштарын берәү ҙә ҡабатлай алманы. Пневматик винтовканан атҡанда ҡатнашыусылар айырыуса ҡомар менән ярышты. Һәр кем сәптең ҡап уртаһына тейергә тырышты һәм ҡайһы берәүҙәргә уңыш йылмайҙы! Әлбиттә, винтовканан атыу, ҡатын-ҡыҙҙар менән сағыштырғанда, ирегеттәрҙең яҡшыраҡ килеп сыҡты. «Беҙ бит армияла хеҙмәт итмәнек», - тип йылмайышып аҡланды һуңғылары. «Һыу процедуралары» фестивалдең һуңғы этабы булды. Беҙҙең ветерандар бассейнда йөҙөргә яратһа ла, бер нисәһе генә ярышырға батырсылыҡ итте. Артабан йомғаҡтар яһалды, судьялар мәрәйҙәрҙе иҫәпләү менән мәшғүл булғанда, ҡатнашыусылар ҡайнар сәй эсеп ял итте һәм көстәрен тергеҙҙе (сәй эсеүҙе «Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторҙо). Шулай итеп, үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә түбәндәгеләр еңеү яуланылар: Әлмира Әхмәтова, Фәрзәнә Нәҙершина, Мәүсилә Ғәниева, Айрат Хәсәнов, Мазһар Ишморатов, Таһир Баҙарбаев, Хәбирә Фәйрузова, Валентина Васильева, Фәйрүзә Саврикова, Вячеслав Ниязғолов, Марат Ғиззәтуллин, Рәфис Ишморатов, Ҡаҙим Ғайсаров, Ҡасим Ғүмәров, Рәфҡәт Әхмәҙиев һәм бөтә ярыш төрҙәрендә ҡатнашҡан өлкән йәш төркөмөндә берҙән-бер ҡатнашыусы Сәйҙә Ҡотлошина. Афарин! Район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын һәм бүләктәрен фестивалдә еңеүселәргә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Ә.Суфьянова тапшырҙы. Ошондай спорт уйындары - осрашып, аралашыу ғына түгел, тәү сиратта, һәйбәт формала булыу ҙа. Был көндө беҙҙең физкультура һәм спорт һөйөүселәребеҙҙең бөтә сир-сырхауҙары бөткәндәй тойолдо. Улар һынауҙарҙы шундай тырышлыҡ менән үтәне, хатта уларға көнләшерлек ине. Бынан тыш, ветерандар фестивале даирәһендә шашкалар һәм шахматтар буйынса ярыштар үткәреү идеяһы ла әйтелде. Көнөн генә билдәләргә ҡалды.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.


Читайте нас: