Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
7 Ғинуар 2021, 10:20

ЙӘНДӘРҘЕ ... САҠЫРМА!

Әхирәтем әсәһе мәрхүмә булып ҡалғас ике йыл буйы уның менән аралашыуын белдерҙе.

Ул: “Төнө буйы әсәйем менән бергә булабыҙ, һөйләшәбеҙ. Мин унан: “Нисек унда теге донъяла?”-тип һораһам, “Төрлөсә. Һәр кем ерҙә йәшәгән осорҙа нимәләр ҡылған, бында шуның өсөн тулыһынса яуап бирә”, тип яуап бирә. Тағы ла әсәйем ниҙәр буласағын әйтә, тик мин онотам да ҡуям”.тип һөйләне. Тик әхирәтем әсәһенең үҙен бер ҡасан да ҡосаҡламауына зарланды. Бер төн ул төш күрә, ниһайәт, әсәһе уны ҡосағына ала. Шул уҡ ваҡытта уларҙың янында кәүҙәһе күккә олғашҡан ниндәйҙер йән эйәһе барлыҡҡа килә. Әсәһе ҡыҙына: “Ебәр инде мине, зинһар. Беҙгә бит аралашырға ярамай. Ә мин күпме ваҡыт һинең яныңда булдым. Ә ҡосаҡлаған өсөн яза ҡаты”,-тигән дә юҡҡа сыҡҡан. Ошонан һуң әхирәтем әсәһен төшөндә күрмәй башланы.

Ә мин әсәйем мәрхүмә булғас, уның күңеле тыныс булһын өсөн күп иламаҫҡа, уны саҡырмаҫҡа тырыштым. Хатта ауыр саҡтарымда ла. Сөнки мәрхүмдәрҙең йәне тыныс булырға тейеш. Ә беҙ уларҙы фани донъяға һөйрәп, йәндәрен тынғыһыҙлайбыҙ.

Автор: Гузель Салихова

https://hakmar.rbsmi.ru/articles/serle-donya/Y-nd-r-e---sa-irma-608980/

Читайте нас: