Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
22 Декабрь 2020, 14:55

Бөгөн иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн

22 декабрҙән 23-өнә ҡарата төн — йылдағы иң оҙон төн.

Был күренеш ҡышҡы ҡояш торошо тип атала. Йыл эсендә ике ҡояш торошо – ҡышҡы һәм йәйге. Төньяҡ ярымшарҙа ҡышҡы ҡояш торошо 21 йәки 22 декабргә тура килә. Быйыл ул 22 декабргә тура килде. Шуға күрә бөгөн – иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн.
Атай-олатайҙарыбыҙ ҡояш торошо һәм көн менән төндөң тигеҙлеге күренештәрен тормоштағы иң мөһим байрамдарҙың береһе тип атаған. Йыл барышында ул дүрт байрамды: ике ҡояш торошон һәм ике көн менән төндөң тигеҙлеген билдәләгән. Тап ошо байрамдар игенселеккә, төҙөлөшкә, башҡа мөһим эштәргә башланғыс биргән.
Көн ҡыҫҡарыуҙан туҡтағас, йыл аҙағында Нардуған байрамы билдәләнә. Ҡышҡы Нардуған 25 декабрҙә башлана һәм аҙна тирәһе дауам итә.
Читайте нас: