"2020 йылдың 22 декабрендә биш ике һаны тура килә. Әгәр мөғжизә килеп сыҡмаһа, кешелек уянмаһа, һәм яуызлығын, аҡса артынан ҡыуыуын, һуғыштар ойоштороуын туктатмаһа, эпидемиялар кеүек нимәләр килеп сығырға мөмкин. Тарихта бындай сир ҙур ғына территорияларҙы юҡҡа сығарған осорҙар булды. Был көтөлмәгән һуғыш та булыуы мөмкин», — тине Беренсе каналдағы тапшырыу ваҡытында Косторной.
Ул билдәләүенсә, Ванга бер ҡасан да нумерология менән мауыҡмаған, теүәл даталарҙы әйтмәгән. "22 декабрҙе хәүефләнеп көтөргә көрәк. Ул әйтте: “Ҡояшта ҡыҙынасаҡбыҙ, ҡояш ҡара күләгә булып тәгәрәйәсәк", тине. 21 һәм 22 декабрҙә хәлдәр ҡояшта ҡурҡыныс ҡабыныуға килтерәсәк. Мин электрон приборҙарҙың сафтан сығыуын әйтмәйем. Тик был күп кешеләрҙең психикаһында сағылыш табасаҡ» ,- тип өҫтәне ул.
Шулай уҡ Косторной әйтеүенсә, ул коронавирустың ҡасан сигенәсәген белә. "20 мартта яҙғы көн тигеҙләшкән көндө коронавирус менән проблема улай уҡ актуаль булмаясаҡ, сөнки Ер бишенсе үлсәнешкә инәсәк», — ти ул.
Фото: кп.ру