Туристарҙы эҙләп килгән махсус эҙләүселәр төркөмө тәүҙә уларҙың тау һыртындағы палаткаларына юлыға, аҙаҡ бер-бер артлы мәйеттәр табыла. Фажиғәнең рәсми фаразы: тауҙан ҡар өйөмө төшөп, туристарҙы ҡаплау сәбәпле, улар туңып үлә. Шулай ҙа был ваҡиға хаҡында күп имеш-мимеш йөрөй.
Туристар һәләк булған артылышҡа Дятлов исемен бирәләр.
Өфөлә Мостай Кәрим урамында урынлашҡан "Арт-квадрат" майҙанында күптән түгел Дятлов артылышына арналған объект барлыҡҡа килде. Ул артылышҡа нисә километр ҡалғанын күрһәтә. Әле интернет селтәре был билдәгә бәйле видеояҙма менән тулды.
"Арт-квадрат" майҙанын күҙәтеү видеоһында үтә күренмәле “турист өрәге”нең билдә янына килеүен, уға бер аҙ ҡарап торғас, артылыш яғына түгел, икенсе яҡҡа китеп барыуын күрергә була. Ул ҡулына хатта саңғы тотҡан.
Ҡайһы бер киң мәғлүмәт сығанаҡтары был яҙманы “һуңғы аралағы иң ҡурҡыныс видео” тип атаһа ла, күптәр уға ышанмай. Ысынлап та, видеоға иғтибарлап ҡарағанда, ундағы күренештең монтаж һөҙөмтәһе икәнен аңғарырға була.
Дятлов артылышы билдәһен күптән түгел ошо уҡ исемле яңы сериалы хаҡында мәғлүмәт таратырға теләп, ТНТ каналы урынлаштыра. “Өрәк”ле видео ла уларҙың пиар хеҙмәтенең эше булһа кәрәк.
Фото: скриншот.
Айгөл Йәмилева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Isin-r-kme-bil-545289/