Орнитологтар билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа торналарҙың һаны күпкә кәмегән. Был ҡоштарҙы республиканың һирәк райондарында ғына осратырға мөмкин. Йылы яҡтарға осҡанда улар йыл да Кушнаренко районында ялға туҡтай. Ҡоштар тауышҡа һиҙгер, эргәләренә яҡын ебәрмәй. Ә бына борсоусы булмаһа, йыл һайын өйрәнгән ерҙәренә төшәләр.
Торналарҙың бик ҡыҙыҡлы үҙенсәлеге бар: хәүеф һиҙһәләр, ҡоштар сиратлап ашай башлай. Улар ҙа аҡҡоштар кеүек бер-береһенә тоғро.
Торналар башҡорттарҙа изге ҡош һанала. Уларҙы атырға, итен ашарға ярамай. Халҡыбыҙҙа торналар менән бәйле ышаныу-юрауҙар күп. Шуларҙың береһе - ҡоштар йылы яҡҡа осоп киткәс, өс аҙна үтеүгә ҡар ятасаҡ.
Сығанаҡ - https://bash.rbsmi.ru
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан алынды.