Таныштары уның йәш сағын былай хәтерләй: оҙон толом ҡыҫҡа буйына шул хәтлем килешә, билдең нәҙеклегенә ҡырмыҫҡа көнләшерлек, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡаштар, сейә ирен, ҡыҫҡаһы, ирҙәрҙе бер күреүҙә ғашиҡ иттерерлек.
Әйткәндәй, әхирәттәре лә унан ситләште, хәҙер ултырып бер һөйләшерлек, сер бүлешерлек кешеләре лә юҡ…
“Улымды армиянан алып ҡалдым, – тип маҡтанған бер көн. – Унда һине берәү ҙә майлы бутҡа бешереп көтмәй, түрә балаларынан ҡайһы ерең кәм, ана, аҡса эшлә, тип әйттем”. Ысынлап та, әсәһенең йылы ҡанаты аҫтына һыйынған имәндәй улы нисектер һалдат хеҙмәтенә бармай ҡалды. Хөснә инде нисә йыл шул бер малайы менән генә йәшәй, ире бүтән йәш бер ҡатынға сығып киткән.
“Мине яратманы, шуға башҡаға эйәләне”, – тип оҙаҡ һыҡтап йөрөгән ул. “Үҙеңде ҡара, бөхтә йөрө. Ир бит ул - әрпеш ҡатынды нисек һөйһөн?” – тип әллә күпме кәңәш биргән дә бит әхирәттәре... “Өйрәтмәгеҙ, күпме теләйем – шунса ашайым, туйғансы йоҡлайым, донъяһы ҡыйрап ятмаймы ни...” – ошо уйында ҡала һаман Хөснә, үҙе һаман иренең ташлап киткәненә зарланыуҙан туҡтамай.
...Ҡатын-ҡыҙ – гүзәллек өлгөһө. Ул үҙенең матурлығы, ҡупшылығы менән һоҡландырып, ирен яңы үрҙәргә дәртләндереп, балаларына өлгө күрһәтеп йәшәргә тейеш. Ошо сифаттарығыҙҙы бер ҡасан да юғалтмаһағыҙ ине...