Һүҙ юҡ, ауылда фельдшер булыу – яуаплы бурыс. Төн тип тормайһың, халыҡ ярҙамға мохтаж икән, кәрәк-ярағыңды алаһың да ярҙамға ашығаһың. Бәпәй көтәләрме, йөрәк өйәнәге борсоймо – уныһы һинең һөнәри булдыҡлылығыңдан күренә, урында ғына ярҙам күрһәтәһеңме, әллә район үҙәгенә алып китәһеңме – яуаплылыҡ һинең ѳҫтә.
Балтас районының иң матур ауылына фельдшер вазифаһына тәғәйенләйҙәр йәш белгесте. Башҡорт, удмурт, татар, мари, рус бер туғандай татыу көн күрә. Аптырайһы юҡ, башҡорт ҡыҙы Менәүәрә татарса ла, удмуртса ла иркен һөйләшә. Ауылды ярата ул, эшһөйәр халҡын үҙ итә. Ғүмер иһә аҡҡан һыу кеүек үтә тора. Бына ошолай ике йыл матур ғына үтеп китә.
Тик 1941 йылдың июле донъяны һелкетә – Көнбайыштан немец-фашист илбаҫарҙары илебеҙгә баҫып инә. Тыныс хеҙмәт иткән халыҡ аптырап ҡала. Менәүәрәнең атаһы Фазылбәк Ҡорбанов һуғышҡа тиклем колхоз рәйесе урынбаҫары булып эшләй. 1941 йылдың 22 сентябрендә фашистарға ҡаршы һуғышҡа китә. Фазылбәктең ҡустыһы ике ай алдан ғына дошманға ҡаршы яуға киткән була. Ағаһы дошманға ҡаршы ни бары ике ай көрәшә, ә Фәтихйәндең батырҙарса һәләк булыуы тураһындағы хәбәр бер айҙан килеп етә.
Бер-бер артлы килгән был ҡайғылы хәбәрҙәр Менәүәрәнең йөрәгенә ҡан һауҙырып, дошманға нәфрәтен арттыра. Фронтҡа ебәреүҙәрен һорап ул хәрби комиссариатҡа бара.
– Ебәрһәгеҙ ҙә барам, ебәрмәһәгеҙ, ҡасып китәм, минең урыным фронтта, туғандарым өсөн үс алаһым, Тыуған илде һаҡлайһым бар! – тип һүҙендә ныҡ тора ҡыҙ.
Фронтҡа үҙ ихтыяры менән китергә теләгәндәр күп була Балтаста. Райондан яуға киткән 82 батыр ҡыҙҙың 80-енә иҫән-һау ҡайтырға насип була.
Менәүәрәне 1942 йылдың 3 майында һуғышҡа алалар. Хәрби бәрелештәр барлыҡ йүнәлештә лә ҡот осҡос юғалтыуҙар менән дауам итә. Менәүәрәнең хәрби бурысы – яраланған һалдаттарҙы пуля ямғырынан алып сығыу. Яугирҙәрҙең яраларын бәйләй, уларҙы госпиталгә оҙата, үҙе землянкаға ашыға. Унда – ауыр яралылар. Сираттағы һөжүм ваҡытында яралылар һаны тағы ла арта. Ашыға, өҙгөләнә шәфҡәт туташы. Күп ҡан юғалтҡандар ҙа бихисап була.
1942 йылдың 25 сентябрендә була был мәхшәр. Блиндаждан сығыуға Менәүәрә яралылар урынлашҡан землянкаға дошмандың “Тигр” танкыһы яҡынайғанын күреп ҡала. Гранаталар бәйләмен бер яралы һалдаттан тартып ала ла бөтә көсөнә дошман танкы аҫтына ташлана. Бары тик бер нисә секунд... Атаһының, ағаһының үлеменә яуап итеп, бөтә нәфрәтен, асыуын ошо танктағы дошмандарҙан ала. Менәүәрәгә ни бары 19 йәш була. Бына шулай комсомол ойошмаһы һәм Коммунистар партияһы ысын патриоттарҙы күпләп тәрбиәләгән.
Менәүәрәнең батырлығына, йәшәүенең һуңғы минуттарына шаһит булған шәфҡәт туташтарының һөйләгәндәренән сығып, журналист А. Кулагина “Медики Башкирии в боях за Родину” (Өфө. Полиграфкомбинат, 1995) тигән китабында түбәндәгеләрҙе яҙа: “Менәүәрә Фазылбәк ҡыҙы Фазылбәкова 1923 йылда тыуған, милләте – башҡорт, Балтас районының Иҫке Ураҙай ауылынан. Һуғышҡа тиклем Шауъяҙы ауылында фельдшер булып эшләй. Һуғышҡа үҙ теләге менән китә. Ростов өлкәһенең Скацерск ауылы янында немец танкыһына гранаталар бәйләме менән ташлана һәм батырҙарса һәләк була...”
Батырҙар яҙмышы аяныс, ләкин улар тураһында иҫтәлек мәңгелек. Былтыр ауылдың уртаһында сылтырап аҡҡан көмөш һыулы шишмәгә “Менәүәрә шишмәһе” тигән исем бирелде. Туғандары, яҡындары йыйылып, Менәүәрәне иҫкә алды. Был байрамға батырҙың инде 92 йәшкә еткән һеңлеһе Фәниә апай ҙа килгәйне.
Ауылдаштары алдында күптәр үҙҙәренең ҡаһарман яугир ҡыҙы – Менәүәрә тураһында йылы һүҙҙәр әйтте. Батырҙарҙың даны мәңгелек булыуы сағылды был сығыштарҙа. Ирекһеҙҙән хәтергә дүрт тапҡыр Советтар Союзы Геройы, маршал Г. К. Жуковтың һүҙҙәре иҫкә төштө: “Бөйөк Еңеүҙе ябай һалдаттар үҙ елкәләрендә алып ҡайтты”. Эйе, уларҙың береһе – мәңге 19 йәшлек башҡорт ҡыҙы Менәүәрә Фазылбәкова. Уның тураһында иҫтәлек мәңгелек. Хәтер даръяһы сикһеҙ...
Ауылдаштары Менәүәрәгә район үҙәгендәге Дан аллеяһында уның һуңғы хәрәкәттәрен тасуирлаған миҙгелдәрҙе сағылдырған скульптура ҡуйырға ниәтләнә. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын тейешле дәрәжәлә үткәреү – көнүҙәк мәсьәлә. Бер кем дә онотолмаһын!
Балтас районы