Серле донъя
11 Января 2020, 08:04

Байлыҡты өҫтөн күреп...

Өфө урамдарының береһендә класташым, беренсе мөхәббәтем Илгизде күреп, аптырап киттем. 20 йыллап күрешкәнебеҙ юҡ ине, һис кенә лә үҙгәрмәгән. Бары тик элекке ҡаҡса кәүҙәһе ҡалыная төшкән. Был уны олпатландырып ҡына ебәрә икән.

– Ниндәй елдәр менән был яҡтарҙа йөрөп ятыш? – бер аҙ хәл белешкәс, аптырауымды йәшермәнем.
– Әсәйем ауырып китте лә дауаханаға алып килдем. Операция яһарҙармы икән...
– Хәҙер медицина көслө, барыһы ла һәйбәт булыр, – тип дежур йыуатыу һүҙҙәрен әйттем дә, нисек хушлашырға белмәй, бер аҙ тын ҡалдым.
– Бәлки, берәй кафеға инеп сәй эсербеҙ?
– Рәхмәт, ҡабаланам шул. Эштән һорап ҡына сыҡҡайным.
– Йәл... Телефон номерҙары менән алышайыҡмы?
Мин, әйткән һандарҙы яҙып бөтөр-бөтмәҫтән хушлашып, китеү яғын ҡараным. Күңелем бер аҙ тетрәнгәйне. Бала саҡ хистәренә япһарһаҡ та, туғыҙ йыл ғүмерем уны яратып үтте бит. Аралар өҙөлгәс тә әллә күпме күҙ йәштәре түгеп йөрөнөм. Эх-х, йәшлек, йәшлек!!!
Яратмаҫлыҡ түгел ине шул. Класташ малайҙар араһында иң матуры һәм иң батыры булды. Уҡыуы уртасанан бер аҙ ҡайтышыраҡ, әммә спортта алдынғылыҡты бирмәгән, оҫта бейегән малайҙы уҡытыусылар һәр ваҡыт “тартып-һуҙып” торҙо. 8-се класҡа уҡырға барған йылда беҙ дуҫлашып киттек. Юҡ, уға тиклем үк бергә инек: бәләкәйҙән уйнап үҫтек. Мәктәпкә лә эйәртенешеп йөрөй инек. Тәүҙәрәк бер туған ағайым кеүек күрҙем. Хатта бер нисә тапҡыр ҡыҙҙарҙың мөхәббәт белдергән запискаларын да тапшырырға тура килде.
Йәй көнө күрше ауылда йәшәүсе апайымдарға ҡунаҡҡа барғанда Юнир исемле малай менән танышып, дуҫлашып киттек. Ауылға ҡайтҡас, өс көн дә үтмәне, был велосипедына атланып, килеп тә етте. Көпә-көндөҙ бит әле. Ҡапҡа тышында һөйләшеп торған арала Илгиз ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарап, бер нисә тапҡыр тегеләй-былай үткеләне. Ике көндән Юнир тағы килеп етте. Был юлы инде класташым, янына килеп, тегенең танау төбөнә йоҙроғон терәне:
– Тағы бер беҙҙең урамда күренһәң, егеттәр менән ҡанға туҙҙырабыҙ, ҡара уны! Эҙең булмаһын башҡаса! – Батырлығы самалы булдымы, әллә күпселектән ҡурҡтымы, Юнир, сәпитенә ултырып, ауылы яғына һыҙҙы. Илгиз миңә ҡарап өҫтәп ҡуйҙы: – Һин миңә оҡшайһың да инде... Башҡалар менән йөрөмә...
Шулай итеп, беҙ һигеҙенсе класты пар, йәғни “ҡыҙ менән егет” булып уҡый башланыҡ. Тәү осор шаяртыуҙар күп булды, тора-бара беҙҙең дуҫлыҡ ғәҙәти хәл кеүек ҡабул ителә башланы. Мәктәпте тамамлағас, мин – техникумға, Илгиз район үҙәгендәге һөнәрселек училищеһына уҡырға индек. Иретеп йәбештереүсе һөнәрен һайлағайны ул, уҡып бөткәс колхозда эш башланы. Әрме хеҙмәтенә яҫы табанлылыҡ арҡаһында бармай ҡалды. Ҡышҡы каникулдар мәлендә ҡайтҡанымда һөйгәнем етди һүҙ башланы:
– Еҙнәм менән Себергә эшкә китәм. Бында йүнле эш хаҡы түләнмәй. Уҡыуың тамамланғансы барыбер өйләнешеп булмаҫ, уға тиклем бер аҙ аҡса эшләргә кәрәк. Йорт та иҫке, туй ҙа сығымдар талап итә. Еҙнәй, ана, ярты йыл эсендә машина алды...
Ысынлап та, Гөлсәриә апай, яңғыҙ ҡатын булараҡ, әллә ни донъя нығыта алманы. Ике яҡлы бәләкәй өйҙә өс бала үҫеп буй еткерҙе. Малды ла ауырлыҡ менән аҫрағас, ишәйтә алмай. Етмәһә, бер-бер артлы кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарына туйҙар үткәреү ҙә еңелдән булманы. Шуға күрә, күңелем менән ебәрергә теләмәһәм дә, Илгиздең ҡарары менән ризалашырға тура килде. Ни тиһәң дә, беҙҙең өсөн тырыша бит!
Тик ул өйләнергә ашыҡманы. Өй һалғас, газ үткәрергә кәрәк ине. Аҙаҡ – мунса, һуңынан һарай төҙөнө. Өр-яңы гарнитур, ҙур һыуытҡыс, туңдырғыс, йомшаҡ мебель – ҡыҫҡаһы, аҡса булған һайын нәфсеһе арта барҙы.
Уҡыуымды тамамлап, район үҙәгендә эш башланым. Туған-тыумаса, дуҫтар, хеҙмәттәштәр – барыһы ла, йәшем еткәненә ишаралап: “Ҡасан туй? Ҡамыт кеймәй йөрөгән ир-атҡа хужа табыла ул...” – тип туранан-тура әйтә башланы. Мин нимә әйтергә белмәй башымды эйәм. Илгиз менән шаһиттар булып биш класташыбыҙҙың туйында ла йөрөп өлгөрҙөк. Бушҡа өмөтләнеп күпме йөрөр инем, белмәйем, әгәр ҙә бер осраҡ булмаһа.
24 йәше тулған көндө Илгиз ҡунаҡтар менән билдәләп үтергә булды. Ҙур табын йыйылды. Икебеҙҙе йәнәш ултырттылар. Туғандары әллә алдан һөйләшеп ҡуйғанмы, әллә шулай килеп сыҡтымы, белмәйем, һәр ҡотлау һайын тел төптәрендә ғаилә ҡорорға өгөт ята ине.
– Маладис, ҡустым, булдыҡлы егетһең. Дүрт йыл эсендә өй төҙөп ултырттың, әсәйеңде ҡарайһың. Донъяң бөтәйҙе, хәҙер инде кәләш алып, балалар үҫтерергә генә ҡалды. Матур парһығыҙ, икегеҙ ҙә аҡыллыһығыҙ. Һүҙегеҙ ҙә, данығыҙ ҙа сыҡманы. Икенсе йыл, тыуған көнөңдә бәпәй туйлап ултырырға насип булһын! – тип ике туған ағаһы менән еңгәһе ҡотлауы булды, Гөлсәриә апай, һикереп тороп, ҡаршы өндәште:
– Ниндәй кәләш алыу?! Бөтөнөгөҙ башынбутап, бер нәмәне тыҡыйһығыҙ! Сибиряк, тигән исеме була тороп, һаман машинаһы юҡ. Өйгә һыу үтмәгән, кешеләр хәҙер бәҙрәфте лә өйҙә эшләй. Йәше үтеп бармай, никакуй кәләш алыу!
Ҡунаҡтар, аптыранып, һүҙһеҙ ҡалды. Ә мин оялышымдан ер тишегенә инеп китерҙәй булдым. Күҙ йәштәремде күрһәтмәҫ өсөн бушаған һауыт-һабаны тотоп кухняға сығып киттем. Уларҙы йыуған арала ҡунаҡтар таралышты. Өҫтәлде йыйыштырып, иҙәндәрҙе һепереп алдым да ҡайтырға йыйындым.
– Тураһын әйткәнгә үпкәләмә, ҡыҙым. Мин донъяны күргән кеше. Әле һеҙ йәш, ғаилә ҡорорға ашыҡмағыҙ. 21-ҙә сығып мин ниндәй рәхәтлек күрҙем? Ғүмер хәйерселектә үтте. Институтҡа уҡырға ин, хәҙерге заманда юғары белемһеҙ булмай. Өҫтөңдө ҡара, әтеү алты йыл буйы бер тунда ҡыш сығаһың. Кеше араһында эшләйһең бит, – Гөлсәриә апай оҙатып ҡалғанда ла никахҡа ҡаршылығын белдерҙе.
Был көндән һуң үҙ яҙмышым хаҡында ныҡлап уйлана башланым. Етмәһә, бер туған апайым да утҡа кәрәсин өҫтәне:
– Күрмәй күргәс, байлыҡҡа иҫе китте инде Гөлсәриәнең. Улы эштән ҡайтыу менән аҡсаһын тиненә тиклем ҡайырып ала, тиҙәр бит. Кәләш алһа, аҡса бирмәй, тип ҡурҡа ул. Ауырға ҡал, ул саҡта өйләнгәнен һиҙмәй ҙә ҡалыр! Бик булмаһа, судҡа бирәм, тип ҡурҡытырға була.
– Мәжбүр итеп өйләндергем килмәй. Аҡса бит мөһим түгел! Хәлле егет эҙләһәм, электән үк йөрөмәҫ инем.
– Улайһа Себергә икәү бергә китегеҙ. 2–3 йыл йәшәгеҙ ҙә аҙаҡ законлатып ҡуйырһың. Ситтә бер кем дә һеҙҙең бергә йәшәгәнде белмәҫ. Ай һайын ярҙамдан аҡса ебәреп торһағыҙ, әсәһе, бәлки, яйлап күнер...
– Ни өсөн мин уның менән ҡасып-боҫоп йәшәргә тейеш һуң ул? Туғыҙ йыл буйы йөрөнөм, хәҙер тағы туғыҙ йыл байығанын көтөргәме? Машинаны бергәләп тә алырға була!
– Йә көтәһең, йә китәһең инде. Һәр хәлдә, әле генә ул өйләнмәйәсәк. Мин әйтте, тиерһең!
Бер аҙҙан араларҙы өҙөргә хәл иттем. Нимә уйлағанымды хат аша ғына бәйән иттем дә ауылдан Өфөгә сығып киттем. Шунан бирле беҙгә бер тапҡыр ҙа осрашырға тура килмәне. Шулай ҙа Гөлсәриә апайҙың сәләме килеп етте: “Ярай, ташлашҡандары арыу. Йәше үтеп бармай әле, улыма ла кәләш табылыр. Байыраҡтан, хәллерәктән ҡара, тип әйттем әле. Ауыл бисәләренең уйында шул ир ҙә бала инде. Хәйерселек арттырып йәшәр күп булһа, Илгиз кеүек кешенең дә ҡәҙерен белмәгәс...”
Ғаилә лә ҡоролдо, балалар ҙа үҫте, фатир ҙа алдыҡ, йөрөргә машина ла бар. Артыҡ байлыҡ булмаһа ла, барына шөкөр итеп, йәшәп ятҡан булабыҙ. Хәлдән килһә, үҙебеҙ – туғандарға, бөлөп китһәк, улар беҙгә ярҙам итә. Һәр хәлдә, эргәмдә ҡайғы-шатлыҡтарҙы уртаҡ итер, сер бүлешер хәләл йәрем бар.
Ә Илгиз, ысынлап та, өйләнмәне. Бишенсе тиҫтәне ваҡлауына ҡарамаҫтан, һаман яңғыҙ. Йыл аша машина яңырта. Әлеге ваҡытта ауылда ике ҡатлы йорт һала, тиҙәр ине. Минең менән ташлашҡас, күҙ һалыусылар ҙа, ҡамыт кейҙерергә маташыусылар ҙа күп булған. Тик, бәпкәһен һаҡлаған инә ҡаҙ кеүек, уҫал әсә һәр саҡ уяу булған. “Уларға һин түгел, аҡсаң, донъяң кәрәк!” – тип тыҡып торһалар, артыҡ бай булһаң, кешегә ышаныс бөтәлер ул. Был хаҡта миңә класташтарым һәр саҡ һөйләп тора. Үҙҙәре һиҙҙермәҫкә тырышып мине күҙәтә. Белеп торам, уларҙы бер һорау борсой: һаман да Илгизде яратамы икән?
...Онотолған кеүек ине. Уның тураһында һөйләһәләр, гел йылмайып тыңланым. Тик бына бөгөн, үҙен осратҡас, күңел хәс йәш саҡтағы кеүек иләҫ-миләҫ килеп алды. Шулай ҙа минең өсөн ирем, балаларым яҡыныраҡ. Шуға ла телефондан симканы һурып алдым да сүплеккә ташланым. Бәләһенән баш-аяҡ!
Миңсара СӘЛИХОВА.
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Миңсара СӘЛИХОВА.
Йәшлек гәзите.
Читайте нас