Серле донъя
5 Января 2020, 09:36

Гиппократ анты (Хикәйә)

"Аполлон, Асклепий табибы, Гигиея, Панакея һәм барлыҡ тәңре исеменән, уларҙы үҙемә шаһит итеп, үҙемдең көсөмә һәм фекерләү һәләтемә таянып, түбәндәгеләрҙе үтәргә ант итәм һәм шуны яҙма рәүештә белдерәм: мине табип сәнғәтенә өйрәтеүселәрҙе атай-әсәйемдәй үҙ итергә, үҙемдең бар булғаным менән бүлешергә һәм, кәрәк була ҡалһа, уға һәр саҡ булышырға, уның нәҫел дауамдарын үҙ туғандарым итеп һанарға, әгәр улар әлегемедицина сәнғәтен үҙләштерергә теләһә, был сәнғәттең асылына уларҙы бер ниндәй килешеүҙәрһеҙ ихластан өйрәтергә, уҡыу дәүерендәге тәҡдим-кәңәштәрҙе, телдән дәрестәрҙе һәм башҡа өгөт-нәсихәтте, медицина ҡанунына бәйле йөкләмәгә һәм антҡа тура килтереп, үҙ улдарыма, уҡытыусымдың улдарына, уҡыусыларыма еткерергә.

Мин, ауырыуҙарҙың хәл-әхүәлен яҡшыртыу өсөн, үҙемдең һәләт-көсөмә һәм белем дәрәжәмә бәйле рәүештә, төрлө ауырлыҡтан һәм ғәҙелһеҙлектән йолоп ҡалырға, уларға уңайлырак шарттар тыуҙырырға йүнәлтермен. Мин үлемгә илтә торған сараларҙы бер кемгә лә бирмәйәсәкмен, ундай уйҙа тороусыларға юл күрһәтмәйәсәкмен, нәҡ шулай уҡ балаһын төшөрөргә теләүсе бер ҡатын-ҡыҙға ла ярҙам ҡулы һуҙмаясаҡмын. Үҙемдең көнкүрешемде һәм үҙ сәнғәтемде пак һәм ғәҙел рәүештә тормошҡа ашырырмын. Мин бер осраҡта ла таш ауырыуын киҫеп алыу юлы менән дауалауға алынмаясаҡмын, быны был эш менән махсус шөғөлләнеүселәргә тапшырырмын. Мин ҡайһы йортҡа ғына инһәм дә, бигерәк тә ирекле һәм ҡол булған ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәр менән ниндәйҙер файҙаны, мөхәббәт ҡуйыртыуҙы күҙҙә тотоп түгел, ә ауырыуға ярҙам ҡулы һуҙыр өсөн инәм. Дауалау барышында ла, унан тыш та, кешенең шәхси тормошона ҡағылышлы күренештәрҙе йәки һүҙҙәрҙе башҡаларға ҡасан да булһа һөйләргә ярамай икән – әйтмәм, мин бындай нәмәләрҙе сер итеп һаҡлармын. Миңә – антты тайпылмайса үтәүсегә – был ант тормошомда һәм сәнғәтемдә бәхет килтерәсәк һәм кешеләр күңелендә мәңгелек дан булып торасаҡ; антты үтәмәүсегә һәм уға хыянат итеүсегә шуның киреһе булыр."
Азат кинәт башын күтәрҙе. Уның тыны быуыла: әйтерһең дә, тәрән тын алыуҙан күкрәге бына-бына йыртыласаҡ. "Ҡәһәр һуҡһын был ант!.. Ҡәһәр һуҡһын!.. Ҡәһәр һуҡһын!.." Ҡолағында зыңлай. "Бисмилла, бисмилла", – тип эстән генә бер нисә тапҡыр ҡабатланы. Ул бүлмәнең әлеңге ҡараңғылығына өйрәнә лә башланы. Эргәһендә рәхәтләнеп йоҡлап ятҡан ҡатынының битенә текәлде. Юҡ, барыһы ла үҙ урынында. Тимәк, был төш булып сыҡҡан. Эйе, бары төш. Ә теге... "Гиппократ анты" һуң? Барыһы ла тура килә. Нисек һуң улай? Азат бынан егерме биш йыл элек, институтта уҡығанда, ошо антты ҡабул иткәйне. Ә бөгөн шуны төшөндә һүҙмә-һүҙ әйтеп бирҙе. Ниңә һуң элек төшөнә ингәне булманы, ә нәҡ бөгөн? Шул саҡ ир кисә дауаханала нимә эшләгәнен хәтеренә төшөрҙө.
... Ай башында Азаттың шәхси дауаханаһына ниндәйҙер егетте туғандары алып килде. Пуля саҡ ҡына йөрәгенән аҫтараҡ, ҡабырғаһына эләккән. Азат туғандарынан төпсөнөргә тотонғайны, һунарҙа яңылыш яраланған, тинеләр. Йөҙгә пациент бик йәш күренә ине. Азаттың улы йәшендә һымаҡ. Әммә кәүҙәгә ул мыҡты ирҙәр һымаҡ. Бахырҡайҙы дауаханаға алып килгәнсе бик күп ҡанын юғалтҡан. Өс аҙна буйына аңына килә алмай, һушһыҙ ятты. Көндәрҙең береһендә дауаханаға алып килеп, туғанымын, тип таныштырған ир пәйҙә булды.
– Хәле нисек? – тип һорашты.
– Бигүк яҡшынан түгел. Әммә беҙ ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ...
Таныш булмаған ир, ҡулъяулығы менән күҙ йәштәрен һөртөп, табипты ситкә китеп һөйләшергә саҡырҙы.
"Доктор, – тине ул тышҡа сыҡҡас, – ыҙалатмағыҙ шул баланы". Азат тәүҙә шаңҡып ҡалды. "Ну, – башын эйеп дауам итте, – берәй уколығыҙ барҙыр шундай. Йәне тынысланыр, исмаһам".
– Кит, ниңә юҡты һөйләйһең! Был бит ҙур енәйәт! – Азат бығаса йөҙләп ҡыҙға аборт яһаһа ла, кеше үлтереү башына ла килмәгәйне. Шуға ҡото осоп китте. – Ке-ке-ше нисек үҙ туғаны менән шулай эшләй ала? Нимә генә булмаһын, беҙ уны барыбер ҡотҡарасаҡбыҙ.
– Доктор, – бите һипкелгә ҡапланған ир ҡулын ҡара сумкаһына тыҡты ла пачка менән аҡса килтереп сығарҙы. Йәшел долларҙар! – Бында ун мең доллар. Әлегә был аванс ҡына. Ә кисен минең егеттәр мәйетте алырға килгәндә, тағы шул сама ҡалдырыр. Килештекме?
Ул аҡсаны тотторҙо ла машинаһы яғына атланы. Теге ир машинаға яҡынлашыуы булды, руль артында ултырған егет сыға һалып артҡы ишекте асты. Ир ихтирам йөҙөнән табипҡа баш һелкте лә ипләп кенә ишекте япты. Машина ҡуҙғалды. Шул саҡта ғына Азат эштең ниҙә икәнен аңлай башланы. Кем һиңә тиктомалдан егерме мең доллар тотторһон?
Ауырыуҙы үҙем ҡарап алам, тип Азат табиптарҙы палатанан сығарҙы ла эстән бикләнде. "Баш табип үҙе хәстәрләгәс, күрәһең, яҡшы түләгәндәрҙер", – тип коридорға сығыу менән үҙ-ара бышылдашты ике табип. Азат ишетеүен ишетте лә, яуап биреп торманы.
Ир иҫһеҙ ятҡан егеттең ҡан тамырҙарына тоташтырылған системаларҙың барлыҡ шлангыһын һурып алды. Шунан йөрәк тибешен күрһәткән аппаратҡа текәлде. Әһә, йөрәк яйыраҡ эшләй башланы. Тимәк, егеттең йөрәге бына-бына туҡтаясаҡ. Ир урынынан торҙо. Өҫтәлдә ятҡан шприцтарҙың береһен алды ла уның эсенә ниндәйҙер шыйыҡ дарыу тултырҙы. Ғәҙәттәгесә, шприцта буш һауа ҡалмаһын өсөн бармағы менән сиртеп алды. Үҙе эстән ҡалтырана. "Кешене үлтереү еңел тип уйлайһығыҙмы?!"
"Ятҡан ерең мамыҡ булһың!" Азат буш шприцты тимер һауытҡа ташланы ла мөйөштәге ултырғысҡа ултырҙы. Уның бөтә тәне ҡалтырана башланы. Башы әйләнде, ҡоҫҡоһо килде. Ә теге йөрәк тибешен күрһәтеүсе аппарат сыйылдай ғына. "Тын-тын-тын-тын". Әйтерһең дә, был тауыш уның ҡолағын йыртырҙай.
Күпме шулай ҡолағын бармаҡтары менән ҡаплап ултырғандыр, үҙе лә белмәй. Тик аппаратта инде тулҡындар урынына тип-тигеҙ һыҙыҡса күренә ине. "Инде бөттө. Ғәфү ит мине, Хоҙай! Һәм һин дә, туғаным". Азат сайҡала-сайҡала палатанан сыҡты.
* * *
Иртәнге аш ваҡытында барыһы ла шым ултырҙы. Азаттың күҙ төптәре шешкәйне. Төнө буйы йоҡлай алмағас. Әле лә үҙен насар тоя шикелле. Улы, дәрескә һуңламаҫҡа тырышып, тиҙ-тиҙ ашауын белде. Тик сәй яһаусы ҡатыны ғына бер ҡайҙа ла ашыҡмай.
– Атай, атай... – тине улы Марат.
– Нимә булды, балам?
– Ә ниңә һинең күҙ төптәрең шешкән ул?
– Әй, былай ғына... Төндә йоҡлай алманым, етмәһә кисә ныҡ арыным. Шуғалыр.
– Атайыңдың эше бик ауыр. – һүҙгә сәй яһап торған ҡатыны Тоҡжан да ҡушылды. – Һәр ваҡыт башҡаларҙы хәстәрләй. Үлергә ятҡан кешене ҡотҡарыу еңел тип уйлайһыңмы?
– Атай, мөмкинме бөгөн мин машина менән барһам?
– Ҡайҙа йыйындың һуң?
– Бер ҡайҙа ла. Мин практика үткән завод бынан бик алыҫта урынлашҡан. Шуға ғына...
– Ярай, тик һаҡ бул. Алматыла машиналар күп. Юлда һин бер үҙең түгел икәнде онотма!
– Эйе, иғтибарлыраҡ бул! – тип атаһын йөпләп ҡуйҙы әсәһе. – Машинаһы бер хәл. Үҙең менән берәй нәмә булып ҡуймаһын.
– Аллам һаҡлаһын! Бер нәмә лә булмаҫ! – тине урынынан тороп Марат.
– Асҡыс көҙгө алдында. Ә-ә, Марат, практиканан һуң машинаны техосмотрға индереп сыҡ әле, – тип ҡалды Азат сығып барған улы артынан.
– Ярай, килештек, атай.
Эшкә килгәс тә, Азат үҙенә урын таба алмай бер булды. Кабинет буйлап тегеләй-былай йөрөнө. Ауырыуҙарҙы ҡарап сыҡты. Тик күңеле үҙ урынында түгел. Үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Мөйөштә торған телевизорҙы ҡабыҙғайны, ҡарарлыҡ йүнле нәмә тапманы. Барлыҡ каналды йүгертеп сыҡты ла һүндерҙе. Ахырҙа, стенала эленеп торған Ҡаҙағстан картаһы янына килеп баҫты. Карталағы барлыҡ ҡаланы ҡарап сыҡты. Шунан Иле йылғаһы тирәһендә, үҙенең тыуған төйәге янында туҡтаны. Өҫтәлдә ятҡан ҡыҙыл ручканы алды ла тыуған ауылының исемен түңәрәкләп билдәләп ҡуйҙы. Башҡарған эшенә сабый һымаҡ шатланды. Бына картала хәҙер уның ауылы, Алматы һәм Астана билдәләп ҡуйылған. Баҫып торғас, аяны ойоно, шуға ултырырға булды. Арығаны һиҙелә. Тәгәрмәсле креслоһына иркенләп йәйелеүе булды, иҙерәп йоҡлап та китте.
Дархан БЕЙСЕНБӘК.
Ҡаҙаҡсанан
Айгиз Баймөхәмәтов тәржемәһе.
(Дауамы бар).
− Азат Кәримович, Азат Кәримович. – Бер аҙна элек эш башлаған Жанар исемле ҡарараҡ секретарша ишекте шаҡыны. – Азат Кәримович, һеҙгә ниндәйҙер ир килгән. Инһә буламы?
− Кем ул?
− Белмәйем. Һеҙҙең менән һөйләшергә теләй.
− Яҡшы, инһен әйҙә.
Ишек ябылды. Ишек аша секретаршаның тауышы ишетелде.
− Әссәләмүғәләйкүм! − тине асыҡ сырайлы егет, ишекте ипләп яба биреп. Үҙе утыҙ йәштәр тирәһендә. Кинәт ағарып китте.
− Үәләйкүм, − тине Азат, егеттең ҡулын ҡыҫып. Тик бер ҙә уны таный алманы. − Үтегеҙ, ултырығыҙ. Ниндәй йомош менән килдегеҙ? Тыңлайым.
− Мин бер ҡайҙа ла эшләмәйем. Дүрт балам бар. Ҡатыным да балалар менән өйҙә ултыра. Бер бөртөк машинам бар – шул беҙҙе туйҙыра.
"Быны миңә нимәгә һөйләй икән? Әллә ярҙам һорап килгән берәй туғаным микән? Улар теләнселәүҙән туҡтамай..."
− Иртәнән алып кискә тиклем таксовать итәм.
− Ғәфү итегеҙ, мин бер нәмә лә аңламаным, – Азат асыулана төштө.
− Хәл былайыраҡ…
− Ҡыҫҡараҡ... Әйтә һал.
− Яңыраҡ бер аҙ аҡса эшләп алыу ниәте менән таксист булып сыҡҡайным. Шунан ошо ҡәһәрле хәлгә тарыным. Мин төп юлдан барғанға күргә, газға нығыраҡ баҫтым. Шул мәл, әллә ҡайҙан "Тойота" килеп сыҡты. Руль артында – йәш егет. Тормозға күпме баҫып ҡараһам да, туҡтата алманым, машинам уның ҡабырғаһына барып бәрелде.
− Аңланым, тимәк, һеҙ юл фажиғәһенә тарығанһығыҙ. Һәм "Тойотала" барған кеше ғәйепле, шулаймы? − ҡаршыһында ултырған егеткә тура ҡарап, Азат һорап ҡуйҙы.
− Эйе, ул ғәйепле, әлбиттә! Тик ул ныҡ йәрәхәтләнгән. "ГАИ"ға шылтыратырға ҡурҡтым. "Ашығыс ярҙам"ды саҡырһам, улар оҙаҡ киләсәк. Шунан эргәлә генә һеҙҙең дауахана барлығын кешеләрҙән белдем. – Егет ауыр һулап ҡуйҙы. – Мин тиҙ генә һеҙгә алып килдем. Инде бер сәғәт үтте. Тик табиптар бер нәмә лә эшләмәй. Аҡса түләмәйенсә операцияға тотонмайбыҙ, тиҙәр.
− Эйе, беҙҙә шундай тәртип. Был бит дәүләт дауаханаһы түгел. Беҙ пациенттарҙың аҡсаһына йәшәйбеҙ.
− Уныһы шулай ҙа бит. Тик әлеге ваҡытта минең ике мең доллар аҡсам юҡ. Таксистың ҡайҙан ундай байлығы булһын...
− Ә ул малайҙың ата-әсәһе юҡмы? Ниңә һин түләргә тейешһең? Улар түләһен. − Үҙе өҫтәлдәге торған телефондың йәшел төймәһенә баҫты. − Жанар, яңыраҡ эләккән пациенттың табибын саҡыр әле.
− Хәҙер һеҙ минән нимә көтәһегеҙ? – Азат аптырашлы ҡараш менән ҡаршыһында ултырған егеткә текәлде.
− Ярҙам итегеҙ инде... Бында операция эшләй торһондар, ә мин егеттең ата-әсәһен эҙләй торормон. Хәлде аңлатырмын да, аҡсаһын алып килермен. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙемә бик ҡыйын. Минең урынға үҙегеҙҙе ҡуйып ҡарағыҙ. Әгәр үҙегеҙ шундай хәлгә тарыһағыҙ...
− Ә мин нишләп ундай хәлгә тарырға тейешмен? Аллам һаҡлаһын! – Азат ярһып китте. – Һин уның яҡындарын ҡайҙан тапмаҡсыһың?
− Мин уның документтарын үҙем менән алдым. – Ул ауыр хәлдә ятҡан егеттең документтар менән портмонеһын табиптың өҫтәленә һалды.
Тик Азат көрән портмонены асып та өлгөрмәне, кабинетҡа иң тәжриәбле табиптарының береһе – Аҡыл Манасович - килеп инде.
− Үтегеҙ, Аҡыл Манасович, ултырығыҙ, − тине Азат, үҙенән уң яҡтағы ултырғысҡа күрһәтеп.
− Саҡырҙығыҙмы?
− Эйе. Аҡыл Манасович, тимәк, шундайыраҡ хәл. Һеҙ ҡабул иткән егет аварияға эләккән. Ошо кеше әйтеүенсә, ул үҙе ғәйепле. Хәҙер ул операцияға аҡсам юҡ, ти. Нимә эшләйбеҙ?
− Эшләйгеҙме, юҡмы?! – егет ҡалтыранып, асыуын белдерҙе. – Тегендә кеше үлергә ята, ә һеҙ аҡса һорайһығыҙ!
− Тынысланығыҙ! Үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ. Һеҙ өйөгөҙҙә түгел, ә дауаханала. Бында тауыш күтәрергә ярамай! − тине Азат егетте тынысландырып.
− Был ниндәй дауахана булһын ти! Бында бәғерһеҙҙәр йыйылған. Һеҙ бында аҡса бүлешкәнсе, кешеләрҙең ғүмере өҙөлә!
− Етер беҙгә яла яғырға! Беҙ былай ҙа күпме ғүмерҙе ҡотҡарҙыҡ. - Аҡыл әйтеп тә бөтмәне, теге егет уны бүлдерҙе.
− Шундай табиптар буламы?! Һеҙ бит "Гиппократ анты"н биргән кешеләр. Үҙ һүҙегеҙҙә тормағас, ниңә ундай ант бирҙегеҙ?
− Ултыр, тинем! – Азат урынынан һикереп торҙо. Бер аҙ шымып торғандан һуң һүҙен дауам итте. – Аҡыл Манасович, теге егеттең хәле нисек?
− Насар. Һеҙгә үҙегеҙгә операция эшләргә тура киләсәк. Барлыҡ эске органы йәрәхәтләнгән. Гематомалары бар. Һәм минең күҙаллауымса, эсәктәре өҙөлгән.
− Зинһар өсөн, ялбарып һорайым. Эшләгеҙ тиҙерәк операция! Исмаһам, ғүмерен ҡотҡарайыҡ. Мин һеҙгә ике тапҡыр арттырып түләрмен. Ант итәм!
Ялбарыулы тауыштан ике табип та йылмайып ҡуйҙы.
− Килештек, улайһа документтарығыҙҙы ҡалдырығыҙ. Беҙ һеҙҙе көтәсәкбеҙ. Аҡса тулы килеш түләнгәс тә, беҙ шундуҡ операцияны башлайбыҙ.
Шул саҡ телефон шылтыраны.
− Алло, − Азат телефонды ҡолағына яҡыныраҡ килтерҙе. − Эйе, эйе, тыңлайым. Ә-ә, Аҡыл Манасович та эргәмдә. Нимә булды? Пациенттың хәле насарая? Аңланым.
Аҡыл урынынан һикереп торҙо.
− Азат Кәримович, был теге егет хаҡындамы?
− Эйе, уның хәле хөртәйә башлаған. Һеҙ тиҙерәк бара тороғоҙ. Мин хәҙер артығыҙҙар төшәм...
− Доктор, теге егеттең документтарын бирегеҙ. Әтеү мин нисек уның ата-әсәһен табам? – сығырға йыйынған таксист ҡулын һуҙҙы.
− Ә, хәҙер бирәм. – Азат теге көрән портмонены асты ла, унан документты сығарҙы. Шул саҡ уның күҙҙәре маңлайына менеп китә яҙҙы. Фотолағы кеше – хас уның улы. Иғтибарлап уҡыны. "Фамилия: Кәримов. Исеме: Марат". Бер ҡасан да Хоҙайға ышанмаған Азат, ярты секунд эсендә мең тапҡыр Алланың исемен ҡабатлап өлгөрҙө. Атаһының исеме генә тура килмәһә ярар ине! Ҡарашын тағы аҫҡараҡ төшөрҙө: "Атаһының исеме: Азат улы. Тыуған көнө: 07.11.1986". Ир ултыра төштө.
Бынан егерме биш йыл элек, студент сағында биргән ант уның ҡолағында зыңлап торҙо:
"Миңә – антты тайпылмайса үтәүсегә - был ант тормошомда һәм сәнғәтемдә бәхет килтерәсәк һәм кешеләр күңелендә мәңгелек дан булып торасаҡ; антты үтәмәүсегә һәм уға хыянат итеүсегә шуның киреһе булыр."
Таксист бер ниҙә, аңламай аптырап тик торҙо. Доктор урынынан һикереп торҙо ла, кабинеттан уҡтай атылып сығып китте. Ул аҡты-ҡараны күрмәй операция бүлмәһенә йүгерҙе. "Ялған анттар биргән кешеләрҙе ҡәһәр һҡһын! Ҡәһәр һуҡһын! Ҡәһәр һуҡһын!" – тип эстән ҡабатланы Азат. "Ошо ант минең үҙемде ҡәһәрләне..."
Тәгәрмәсле карауатта улы иҫһеҙ ята ине. Ҡолағы бер ни ҙә ишетмәй. Аҡыл Манасовичҡа ҡарағайны, ул бары тик өмөтһөҙлөк белдереп, башын сайҡап ҡуйҙы. Йөрәк тибешен күрһәткән аппаратҡа ҡараны – унда туп-тура һыҙыҡса. "Ты-ы-ы-ын".
Аҡыл әфәнде резинка бирсәткәһен сискәс, бетә табиптар һәм шәфҡәт туташы яйлап сыға башланы. Шунан, Аҡыл да сығып, коридорҙағы оҙон эскәмйәгә ултырҙы.
Улының үле кәүҙәһенә ҡарап, Азат үкереп илап ебәрҙе. Күҙ алдында теге ғәйепһеҙ егеттең һыны тора ине: "Зинһар өсөн, үлтермәгеҙ, ҡотҡарығыҙ!"
Уның йөрәге атылып сығырҙай ине. Әле яңы ғына хәлдең ниҙә икәнен аңлай башланы. Үкереп илауҙан башҡа сара ҡалманы. Аяғын да тоймай, улының кәүҙәһенә ҡоланы. Башын Мараттың күкрәгенә һалды. Исмаһам, саҡ ҡына йөрәге типмәҫме икән тип өмөт итте. Хоҙайға бер туҡтауһыҙ ялбарҙы. "Башҡа бер ҡасан да антымды боҙмайым! Башыма таш төшһөн!" – үҙе лә аңғармаҫтан кабинетты яңғыратып үкереп ебәрҙе. Артабан нимә булғанын ул иҫләмәй. Азат иҫен юғалтты...
Үҙ аңына килгәндә, кардиологик аппараттың тауышына иғтибар итте. Эйе, был тауыш йәшәү дауам итеүе хаҡында белгертә. Азат урынынан тормайынса экранға ҡараны. "Кит, булмаҫ..." Күргәненә үҙе лә ышанмай, күҙен ыуып, тағы ҡараны. "Был бит мөғжизә. Күҙҙәрем алдашмаһа ярар ине". Урынынан тороп, берсә улына, берсә аппаратҡа ҡараны. Экранда тулҡынлы линия күренә ине. Тимәк, йөрәк тибә...
... Эй, был тулҡынлы тормош...
Ҡаҙаҡсанан
Айгиз Баймөхәмәтов тәржемәһе.
Яңылыҡ авторы: Т. АМАНОВ
Йәшлек гәзите.
Читайте нас