Серле донъя
4 Января 2020, 08:55

Диңгеҙҙән килгән диңгеҙгә китте...

Фәриҙә менән Иректең бергә йәшәүенә лә һигеҙ йыл уҙҙы. Дөйөм ятаҡта булһа ла, торорға бүлмәләре бар. Икеһе лә заводта эшләгәс, аҡсаға ла артыҡ мохтажлыҡ кисермәйҙәр. Кейем-һалым, аҙыҡ-түлеккә лә ҡытлыҡ юҡ.

Барыһы ла бар, етерлек, тик бына балалары ғына юҡ. Ошо мәсьәлә Фәриҙәнең күңеленә башта борсолоу һалып, һуңынан ҡайғы-һағыш булып үрелде, бар тыныслығын алды. Хоҙайҙан көнө-төнө бала һорап ялбарҙы ҡатын. Тик яҙмышы үҙгәрмәне. Әсәһе Ғәзизәнең итәгенә башын һалып иланы Фәриҙә. Ә инәй күҙ ҡараһы кеүек күргән ҡыҙының башынан һыйпап: ”Илама, балам. Бирер, Хоҙай теләһә”, — тиеүҙән башҡа һүҙ тапманы.
Табиптан табипҡа йөрөнө ҡатын. Дауаланды. Файҙаһы булманы. Өгөтләй торғас, Иректе лә табипҡа күрһәттеләр. Шунда ғына балаһыҙлыҡтың төп сәбәбе ирҙә булғанлығы асыҡланды. Ир кеше ир кеше инде. Ирек, әллә борсолоуын күрһәтергә теләмәне, әллә ысынлап та бала юҡлыҡҡа бик ҡайғырманы - ҡатыны өсөн бик ҡыйын булған был һорауҙы артыҡ ҡуйыртмаҫҡа тырышып йәшәй бирҙе.
“Ғүмер кисерә бит ана балаһыҙҙар. Рәхәтләнеп үҙҙәре өсөн йәшәйҙәр. Беҙ ҙә шулай итербеҙ, ҡайғырма", – тип әйткеләне ул ҡатынын тынысландырыу өсөн. Ә утыҙға яҡынлашып килгән сәскә кеүек Фәриҙә һулый башланы. Бала таба алмауы уның өсөн бәйләнсек уйға әүерелеп, көндәрҙең матурлығын, төндәрҙең татлылығын алды. Ирек менән яратышып өйләнешһәләр ҙә, иренең наҙҙары аҙ тойола башланы. Уға бала кәрәк! Нисек аңламай быны ире?! Иректең, балалар йортонан алайыҡ, тигән тәҡдименә лә ҡаршы булды Фәриҙә. Уға үҙ бәпәйе кәрәк, үҙ емеше! Күкрәгенә ҡыҫып имеҙгеһе килә уның үҙ сабыйын… “Әннә, әттә” һүҙҙәрен ишеткеһе килә! Кес кенә ҡулдарынан етәкләп урамдарҙан үткеһе килә! Ана, йәштәш ҡыҙҙары күптән ике-өс бала эйәртеп, бәхетле йылмайып йөрөй. Фәриҙә ҡайһы ере менән кәм уларҙан? Иренән айырылыу тураһында уйҙар ҙа башына килә башланы ҡатындың. Тик был ниәтенән баш тартты. Аҡыллы ирҙәрҙе инде өләшеп бөткәндәр, ә буйҙаҡтар араһында тормош көтөрлөк, ышаныслы, йүнле ир заты күренмәй. Ире менән аралары һыуына башлаһа ла, улар бергә йәшәй бирҙе.

Ә көндәрҙән бер көндө Фәриҙәнең башына бер уй килеп, ул шифаханаға юллама алып, йылы яҡҡа сығып китте. Иренә, тынысланырға барам, бәлки, файҙаһы булыр, тине. Ирек, әлбиттә, ҡаршы булманы. Ә Фәриҙә... йыраҡтағы таулы-диңгеҙле илдән ҡарынында бәпәй алып ҡайтты. Иреккә, һинең балаң, тип белдерҙе. Ышандымы быға ир, юҡмы... Нисек кенә булмаһын, ғаиләнең бәхетле йылдары башланды. Ваҡытында тыуған таҙа-сәләмәт ҡыҙҙарына Диләфрүз тип исем ҡушып, Фәриҙә күптән көткән әсә бәхетендә йөҙҙө. Ҡылған гонаһы тураһында уйламаҫҡа тырышты. Балаһыҙ үткәргән йылдарының үсен ҡайтарҙы ҡатын. Берҙән-бер ҡыҙына әсә кеше бирә алырлыҡ бар нәмәне бирергә тырышты. Тәрбиәләне, уҡытты, тырышты. Эшләй торғас, заводтан ике бүлмәле фатир алдылар. Артыҡ ҙур булмаһа ла, Диләфрүздең үҙ бүлмәһе булыу ҙур шатлыҡ ине. Фәриҙә һәр бер көнөн, ғүмеренең һәр миҙгелен ҡыҙына бағышланы.
Диләфрүз дә, ата-әсә мөхәббәтенә тейешле яуап биреп, аҡыллы бала булып үҫте. Ата-әсәһен төрлө һәләттәре менән һөйөндөрөп торҙо. Уҡыуға булһынмы, йыр-бейеүгәме, рәсем-һүрәт төшөрөүгәме - бар яҡлап талантлы булды ул.

Йылдар үтә торҙо. Диләфрүз, сибәр ҡыҙ булып үҫеп етеп, яратҡан егетенә тормошҡа сыҡты. Икеһе лә - юғары белемле йәштәр, атай-әсәй ярҙамы менән фатир һатып алдылар. Мөхәббәт емештәре Айгөл донъяға килде. Фәриҙә уларға ҡулынан килгәнсә булышты, ярҙамлашты, ҡыҙҙарын үҫтереште.
Айгөлгә өс йәш тула тигәндә, йәш ғаилә йыйылышып диңгеҙгә ял итергә китте. Китеүен киттеләр, тик ҡайтыуҙары ғына икенсе булды… Диңгеҙгә батып үлгән ҡыҙын үҙе барып алып ҡайтты Фәриҙә... Ҡасандыр бирергә теләмәгән бүләген Хоҙай тартып алды. “Гонаһ аша алған бәхет ҡыҫҡа була шул ул…” Балаһын юғалтыуҙан яраланған йөрәгенә намыҫы тоҙ өҫтәне…

Ярай, был ҡайғылы көндәрҙә әсәһе Ғәзизә ҡарсыҡ ҡыҙы янынан китмәне. Рәхәт саҡта бик иҫкә төшмәһә лә, ҡыйын саҡта янда әсәй кәрәк. Үҙ балаһын унан да яҡшыраҡ башҡа кем аңлар? “Алла бирмәгән бала беҙҙеке булмаҫ шул. Бер гонаһһыҙ сабыйыбыҙҙы ғына һаҡлаһын..." - тине Ғәзизә әбей, янында йүгереп йөрөгән Айгөлдө ҡосаҡлап…

Физәлиә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Di-ge--n-kilg-n-di-ge-g-kitte-62677/
Читайте нас