Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
21 Декабрь 2019, 00:12

Шүлгәнташ мәмерйәһендәге дөйә һүрәте тауар билдәһе итеп теркәлгән

Шүлгәнташ мәмерйәһендәге боронғо ике үркәсле дөйә (бактриан) һүрәте тауар билдәһе булараҡ теркәлгән, тип хәбәр итә Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2017 йылда ғалимдар Хаос залында үҙенсәлекле дөйә рәсемен тапҡан. Бактриан — Рәсәйҙә генә түгел, донъяла ла берҙән-бер һүрәт, ул 14-37 мең йыл элек төшөрөлгән тип күҙаллана. Был дата Шүлгәнташ мәмерйәһен донъяның билдәле мәмерйәләре менән бер кимәлгә ҡуя.
Тауар билдәһенең эксклюзив хужаһы — «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы.
Музей-ҡурсаулыҡ директоры Фәүзил Маликов һүҙҙәренсә, стилләштерелгән силуэт рәүешендәге график тауар билдәһе хәҙер музей экспозицияларында, сувенир продукцияһында, башҡа тауарҙарҙа һәм хеҙмәттәрҙә файҙаланыла. Улар – фотоһүрәттәр, баҫма продукция, кейем-һалым, баш кейемдәре, бал, уйынсыҡтар, реклама һәм телекоммуникациялар, уҡыу процесын тәьмин итеү.
Бөрйән районында төҙөлә башлаған «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы 2021 йылдың йәйендә асыла.
Гөлфиә Аккулова. "Башинформ".
Читайте нас: