Эй, үҙәкте өҙҙөрә лә баһа бынау көй!... Был йырҙы йырлағандарын күптән ишеткәнем юҡ. Йәштәр тағы йырлай башлаған икән. Гармуны, гармунда уйнауы һуң! Кем шулай килештереп уйнай икән. Ә йыры, йыры һуң!
Урамда, төнгө ҡуйы ҡараңғылыҡты йыртып, гармун моңо аҫтында йырланған йыр йоҡларға ятҡан Мәрйәм әбейҙең тыныслығын юғалтты. Йомшаҡ карауатын шығырлатып, ухылдап урынында әйләнеп-тулғанып ятты-ятты ла, түҙмәй, тороп ултырҙы. Ул эргәһендә генә сөйҙә эленеп торған халатын бесәй етеҙлеге менән үрелеп алыуын алды ла, теҙ быуындары ҡалтырап, уны алай-былай әйләндереп, әле бер, әле икенсе яғынан ҡулын һуҙып, еңен эҙләп таба алмай хитланды. Көс-хәл менән кейеп, көй ағылған тәҙрәгә ҡапланды. Һыуыҡ быяла өлгөһөнә, маңлайын терәп, ҡуйы ҡараңғылыҡты ҡарашы менән ҡапшап, кемделер эҙләгәндәй булды. Бейек өйгә һырылып үҫкән бөҙрә муйыл араһынан ҡуйы ҡараңғылыҡты йыртып, көй ағыла. Эйе, таныш, һағышлы, зарлы йәшлек көйө ҡуйы ҡараңғылыҡта тирбәлә!... Бер килке тын ғына йырҙы тыңлап торҙо ла: “Эй, әттәгенәһе, бер нәмә лә күренмәй ҙә, үәт, ҡоромағыр бала, был хәтлем дә үҙәк кенәмде өҙөрһөң бит...” –тип үҙ алдына һөйләнеп алды. Ҡапыл, нимәнелер юғалтып ҡуйыуҙан ҡурҡҡандай, эргәһендә ултырған тумбочкаға төртөлә-төртөлә шәп-шәп атлап, ишеккә ҡарай ыңғайланы. Йомшаҡ ялтыр кәлүшен эләктереп, шунда уҡ һәр ваҡыт бер урында эленеп торған шәлен ашыҡ-бошоҡ башы аша бөркәнде лә тышҡа атылды.
Әйтерһең дә, унда уны кемдер көтә ... Эйе, эйе, унда уны йәшлегендә балҡып йондоҙ булып ҡалған Кәриме көтә. Ана үҙе гармунында өҙҙөрөп уйнай бит...
Әбей күтәрмәнең ике баҫҡысын бер итеп шап-шоп атлап төштө лә ҡапҡа яғына ыңғайланы. Ауыр биктән арынған ҡапҡа шығырлап ыңғыраша-ыңғыраша асылған ыңғайға, йәшлегенә ашҡынып китеп барған ҡарсыҡтың аңы асылып китте. Шул көй аҫтында әле генә тау аҡтарырҙай булып торған кеше кинәт шиңеп, бөршәйеп, бәләкәйләнеп ҡалды. Кире боролоп, хәлһеҙ генә тәнтерәкләй-тәнтерәкләй атлап, яй ғына барып күтәрмәгә ултырҙы. Башынан шыуа барып яурынына төшкән шәлен рәтләп һалырға ла онотоп, ике ҡулын ҡушарлап, күкрәгенә ҡуйып, тынып ҡалды.
Ҡуйы ҡара тынлыҡты йырып, шышып йыуылған еҙ батмус кеүек ялтырап, күктә ай күҙен ҡыҫа. Ә тирәһендә – бер туҡтауһыҙ һикерәндәшеп уйнаған йондоҙҙар...Етәкләшеп алғандар ҙа ялпылдығы сығалар, ә үҙҙәре һаман шул көйө, һаман элеккесә шаяндар... Эй, үҙәкте өҙҙөрә лә баһа бынау көйө!... Мәрйәм әбейҙең күҙҙәренә йәштәр тығылды. Ә улары шунда уҡ иреккә атылып сыҡты ла түбәнгә ҡарай юл алды.
Мәрйәм ата-әсәһенең бер бөртөк кенә ҡыҙы булды. Уларҙың башҡа балалары булмағас, уны йәндәрендәй күреп тәрбиәләнеләр. Халыҡ телендә әйткәнсә, бал-май эсендә йөҙҙөрөп, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙеләр. Хатта атаһының ике ауыл аша йәшәгән хеҙмәттәш дуҫы Әҙһәмдең улы Зәиттән дүрт йәшлек Мәрйәмдең ҡолағын йола буйынса тешләттереп, ҡоҙалашып та ҡуйҙылар. Балаларға буй еткерәһе генә ҡалды. Ҡыҙ ҙа итәғәтле булды, атай- әсәйһеҙ, уларҙан рөхсәт алмайынса бер аҙым да ситкә атламаны.
Ата-әсәһе теләгәнсә ҡыҙ медицина буйынса уҡып, ауылдарында эш башлап ебәрҙе. Ҡәҙимгесә кистәрен әхирәте менән клубҡа сығып әйләнә. Ә бер сыҡҡандарында гармун уйнап, клубҡа яңы ғына армиянан ҡайтҡан күрше ауыл егете Кәрим килеп инде. Ул килеп инеү менән унда-бында өймәкләшеп ултырған йәштәр ҙә йәнләнеп китте. Бөтә ҡыҙ-ҡырҡындың да күҙе Кәримдә. Эйе, һоҡланмайынса ла булмай шул, егет армия хеҙмәтендә һомғол, төҙ кәүҙәле булып үҫеп, матурайып киткән. Мәрйәм дә уға һоҡланып, оҙаҡ текләп ҡарап ултырған икән. Шуны һиҙепме, егет уға боролоп ҡараны. Ҡараштары осрашты, ҡыҙ оялыштан нимә эшләргә белмәй, ултырған эскәмйәһенә нығыраҡ һыйынды.
Кәримгә ҡыҙҙар хихылдашып, юҡты бар итеп һүҙ ҡушып, «Үҙән буйы»н уйна әле, әйҙә өсмөйөштө бейейек, урамда булһалар, әйҙә, урам буйлап йырлап әйләнәйек, йә булмаһа, йырла әле, тип инәлеп, эргәһендә өйрөлөп-сөйрөлдө. Тик Мәрйәм генә яҡын барманы, ҡоралай һымаҡ ситкә тартылды. Йәштәр ыңғайына бейене, йырланы, әммә егеткә яҡынламаны. Шулай итеп, бер аҙналай ваҡыт та үтеп китте. Егет күрше ауылдан, биш саҡрым араны бар тип тә белмәй, гармунын күтәреп, көн дә клубҡа йөрөй. Ә бер кис уны бейеүҙән һуң оҙата килде.
– Әйҙә, ҡайтырҙан алда урамды тағы бер йөрөп әйләнәйек әле, – тип егет ҡыҙҙы ҡултыҡлап алды. Мәрйәм уның ҡулын ситкә этһә лә, ҡаршылашманы.
– Ҡайһылай ҙур булып үҫеп киткәнһең, армиянан ҡайтҡас, һине танымай ҙа торҙом, – тип егет ихлас һөйләнеп, хәбәрен дауам итте.
– Ауылды пыр туҙҙырып йөрөп, танымаған кешегеҙ юҡ. Танымаған икән, ти, берәү, – тине ҡыҙ көлөп, егеттең һүҙҙәренә ышанмай.
– Ып-ысын, һине тәүҙә ҡунаҡ ҡыҙылыр, тип уйлағайным. Һуңынан егеттәрҙән һорашып-белештем, һин, тигәстәре күҙ маңлайға менеп китте! Ҡайһылай айға ла, ҡояшҡа ла күренмәй, шым ҡына, матур булып үҫеп киткәнһең ул, ә! Улай ғына ла түгел, эшләй ҙә башлағанһың икән.
– Өйҙә бикләнеп ултырманым былай, үҙең күрмәгәнһеңдер, – тип ҡыҙ ҙа шаяртып яуапланы ла көлөп ебәрҙе.
Йышып йыуылған еҙ батмус кеүек ялтырап, күктә ай йөҙә. Ә эргә-тирәһендә – бер туҡтауһыҙ һикерәндәшеп уйнаған йондоҙҙар... Ана шул тынлыҡта, яҡты ай нурҙарына иркәләнеп йөрөнө лә йөрөнө ике йәш йөрәк. Йәштәр көн дә осраша башланы.
Ә бер кистә Кәрим ҡыҙға ҡарап:
– Мәрйәм, ҡалаға эшкә саҡыралар, иртәгә эшкә китәм. Урынлашһам, әҙерәк эшләп тә ҡайтырмын, тип уйлайым, оҙаҡ килмәй, күренмәй китһәм, мине юғалтма йәме, йәнем, – тине.
– Ә ниңә, ауылда эш бөткәнме ни. Бында берәй эш ҡараһаң булмаймы? – тип ҡыҙ егетте ниңәлер ситкә ебәргеһе килмәне.
– Шулайын шулай ҙа ул, уҡыған һөнәрем радио техникаһы буйынса, бында ундай эш юҡ. Ә мин үҙ һөнәремде яратам. Әгәр бөтәһе лә ыңғай килеп сыҡһа, риза булһаң, һине ҡалаға алып китәм. Аҙаҡ ауылға кире ҡайтырға өлгөрөрбөҙ.
Мәрйәмгә баш һелкеп риза булыуҙан башҡа сара ҡалманы... Улар был төндө оҙаҡ айырылыша алмай, бер-береһенә һыйынып, таң һыҙылып ата башлағансы, моңһоу айға ҡарап ултырҙы ла ултырҙы. Ҡыҙҙың һөйгәнен шул ваҡытта һис тә ҡалаға ебәргеһе килмәне. Күңеле һиҙгән булған икән.
Кәримдең китеүенә өс көн дә үтмәне, иртән торғас, әсәһе һүҙ башланы:
– Бөгөн, ҡыҙым, ҡоҙалар килә, әҙерләнергә кәрәк!
– Ниндәй ҡоҙалар? – йөрәге жыу итеп ҡалған Мәрйәм аптыраулы ҡарашын әсәһенә төбәне.
– Оноттоң дамы? Бәләкәй сағыңда ҡолағыңды тешләткәйнек бит, бөгөн шул егеттән һиңә яусы килә.
– Әсәй, ҡалай ҡыҙыҡ. Мин уны белмәйем дәһә, сыҡмайым уға кейәүгә! – илар хәлгә еткән Мәрйәм әсәһенә бөгөн беренсе тапҡыр ҡаршы һүҙ әйтте. – Мин икенсе кешене яратам!
– Беләм, ҡыҙым, – тип әсәһе дауам итте. – Эй, балаҡайым, донъяның нимә икәнен әле белмәйһең. Элекке заманда димселәр дөрөҫ булған. Күреп-белеп, атаһына-әсәһенә ҡарап димләгәндәр бит. Кем үҙенең балаһына насарлыҡ теләп торһон. Бына беҙ ҙә шулай инде. Ҡуй, балам, атайың ишетеп ҡалмаһын, ә ҡоҙалар ишетһә, бөтөнләй оят булыр!
– Барыбер сыҡмайым!
Мәрйәм йүгереп тышҡа сыҡты. Их, Кәримгә йүгереп барып һөйләргә ине лә, өйҙә юҡ. Бер-ике тапҡыр егеттең ауылы яғына ҡарай ынтылды ла туҡтап ҡалды. Артынан әсәһе сығып, ҡыҙын ҡосаҡлап:
– Әйҙә, эскәмйәгә ултырайыҡ, тыңла әле, балам, мөхәббәт, һөйөү менән кеше ғүмер буйы йәшәмәй ул, мөхәббәт һөйләп кенә йәшәп тә булмай. Йәш саҡта була ла бөтә. Тормош ул бөтөнләй икенсе нәмә, һин уйлағанса түгел. Уны алдан уйлап ҡорорға кәрәк. Зәитте әйтәм, юғары уҡыу йортон бөтөп, ҡулына диплом алып ҡайтып тора, һәләк шәп егет, бынамын итеп донъя көтөп алып китерһегеҙ. Донъялары ла етеш, бөтә нәмә Зәиткә, тип торалар ...
– Әсәй, барыбер сыҡмайым, тим бит! Кәрим дә насар түгел.
– Ҡуйсы, балам, арҡырылашма, арҡыры эштең аҙағы ла арҡыры була, был оло эш бит, ҙур эшкә ниәтләгәнбеҙ ...
– Шуның өсөн, әсәй, бер көнлөк түгел бит.
– Әллә инде, белмәгән-күрмәгән кешегә бер бөртөк балабыҙҙы биреп ебәргебеҙ килмәй. Әллә ниндәй кешелер әле ул. Ата-әсәһе лә юҡ, тип ишеттем уның. Заттарын да әллә ни маҡтамайҙар. Эй, Хоҙайым, инде күпме йәшәп, атаң менән ғауғалашыу түгел, бер-беребеҙгә ауыр һүҙ әйткәнебеҙ юҡ ине. Атайыңдың һүҙен йығып, былайтып ҡыланып ултырһаң, балаҡайым, хәҙер килеп талашырбыҙ микән ? Килеп тороп, бөтә ауыл белә, ояты ни тора.
Мәрйәмгә ата-әсәһе йәл булып китте. Ғүмер буйы ул тип йүгерҙеләр, ул тип өҙөлөп торҙолар. Ә бөгөн килеп уларҙың һөйөклө балаһы, рәхмәт әйтәһе урынға, ҡаршы сыға. Ҡыҙ бер һүҙ ҙә әйтмәй өйгә инеп китте. Оҙаҡ буҙлап илап ятты ул, ә өйҙә никахҡа әҙерлек барҙы... Никах та үтте, артынса күп тә тормай, туй ҙа булды.
Туйҙан һуң, кейәү егете йортона оҙатһалар ҙа, ауылда эшләгәс, үҙҙәренә, атай йортона, кире ҡайтты. Ир ҡатыны булғанына бер ай ваҡыт үткәйне. Йоҡларға ятҡас, ҡапыл гармунға ҡушылып, талғын ғына йырлаған йыр тауышына уянып китте. Төнгө һиллектә моңайып йырлаған Кәримдең тауышын шунда уҡ таныны.
Күрше ауылда, ал сәскә кеүек,
Йәшәйҙер бер ҡыҙ, Мәрйәмем минең.
Ярата инем, һин, килмә, тинең,
Ғәфү ит мине, Мәрйәмем минең.
Ярата инем, һин, килмә, тинең,
Ғәфү ит мине, Мәрйәмем минең.
Ал сәскәләрҙән алһыуыраҡ һин,
Бар сәскәләрҙән яғымлыраҡ һин.
Ҡараңғы төндә йондоҙҙар юлдаш,
Мин барам һиңә бик-бик һағынғас.
Мәрйәм ырғып тороп тәҙрәгә ҡапланды, егетте күрергә теләп, бөҙрә муйыл араһынан ҡуйы ҡараңғылыҡҡа төбәлде. Эре-эре күҙ йәштәре бит алмаларын өтөп, түбән тәгәрәне лә, тәҙрә өлгөләренә юл һалып, аҫҡа йүгерҙе. Башын һыуыҡ быялаға терәп илай-илай эргәлә генә тирбәлгән йырҙы тыңланы, түҙмәй, ҡалҡынып тороп, тышҡа ынтылды. Ынтылды ла кире урынына ауҙы. “Мин – хәҙер ир ҡатыны!” Һағышлы көй аҫтында, мендәренә ҡапланып илауҙан башҡа сара ҡалманы.
Ә урам осондағы бүрәнәлә Кәрим, моңло күҙҙәрен төпһөҙ күктәге моңһоу айға төбәп, күңеле түрендәге һағышлы мөхәббәтен йырға һалып, бер үк йырҙы ҡабат-ҡабат йырланы ла йырланы.
Ай, артынан йыл үтте, Мәрйәм ауылдағы эшенә һылтанып, дөрөҫөрәге, ҡәйнә менән ҡайны йортона тартылманы. Зәит менән уларҙың балалары ла булманы. Ике өй араһында йөрөгән ир аҙаҡ бөтөнләй килмәҫ булды. Йәштәрҙең араһын нығытырға теләп, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бер-береһенә йөрөшөп, ҡунаҡ булышып ҡараһа ла бер ни ҙә килтереп сығара алманылар.
Мәрйәмдең әсәһе үкенеп:
– Балам, үҙеңдең ихтыярыңа ҡуймай, ҡыҫылып, яңылыштыҡ, – тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлап, ғәфү үтенгәндәй булды.
Ошонан һуң Кәрим кире ҡалаға китеп, һыуға батҡан һымаҡ юҡҡа сыҡты. Уның ике туған апайының: “Үлгәндер, тере булһа бер булмаһа бер ҡайтыу хәбәре килер ине”, – тип һөйләгәне, телдән-телгә күсеп, Мәрйәмгә: “Кәрим үлгән”, – тип килеп ишетелде...
Әлеге ваҡытта, урам осондағы өйөлөп ятҡан таҡтаға ултырып, Кәрим гармунда уйнай ине.