Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
29 Ноябрь 2019, 10:08

Төнгө мөғжизә

Кисә төндә һауала сәйер күренеш хасил булды. Бер нисә минутлыҡ ҡына күренеште байтаҡ кеше видеоға төшөрөп, социаль селтәргә ҡуйҙы. Быны күп кеше НЛО тип фаразланы.

Төнгө күктәге яҡтылыҡ метеорит булыуы ихтимал тигән фараздар ҙа булды. Шул уҡ ваҡытта ерҙән осоролған ракета йәки уңышлы ракурстан төшөрөлгән пиротехника тиеүселәр ҙә табылды. Һәр хәлдә, бер нисә секундҡа пәйҙә булған төнгө ҡунаҡ халыҡтың иғтибарын йәлеп итеп өлгөрҙө.
Читайте нас в