Фәриҙә һәр ваҡыт вазифалы урындарҙа эшләне. Йә урынбаҫар, йә директор. Шуға күрәме икән, холҡо ла ирҙәрҙеке кеүек булып бөткәйне. Ул ҡул аҫтындағылар өсөн ғәҙел, әммә уҫал етәксе ине. Бисә-сәсә менән сәй эсеп, ләстит һөйләшеп ултырғаны ла булманы. Тик бер кем дә уның күңелендә ниндәй ауыр уйҙар йөрөткәнен белмәне. Ул – түлһеҙ. Ире Фәнис менән йәштән үк яратышып өйләнешәләр, матур, татыу йәшәйҙәр. Тәүге йылдарҙа яуаплы урындарҙа эшләгәс, бала тураһында бик уйламай ҙа ул. Заманы ла шундай ине, улар совет иле төҙөнө бит.
Әммә йылдар үтә килә ғаиләгә, дөрөҫөрәге, Фәриҙәгә бала етмәүе нығыраҡ тойола башланы. Ире ҡатынын былай ҙа ярата һәм ғүмер буйы балаһыҙ йәшәргә лә риза ине. Фәриҙә табиптарға ла, имсе әбейҙәргә лә күп йөрөнө. Ныҡлап “һин түлһеҙ” тигән диагноз ҡуйғанда уға 38 йәш тулып бара ине инде.
Үҙенекен эшләргә өйрәнгән ҡатын төңөлмәне, балалар йорто һуҡмағын тапай башланы. Уға бәләкәй һәм мотлаҡ малай кәрәк булды. Йылдан ашыу йөрөгәс, эҙләгәнен тапты – ҡараҡас ҡына, матур алты айлыҡ сабыйҙы бирҙеләр уға. Ә ире... малайҙы ҡабул итә алманы. Ул һөйгән ҡатынын һайлау алдына ҡуйырға уйлағайны, тегенеһе ҡыуҙы ла сығарҙы. “Матур ғына итеп бергә ҡартайырбыҙ, бер-беребеҙгә терәк булырбыҙ” тигән һүҙҙәрен дә онотто Фәриҙә, ул башкөллө сабыйына – Илһамына - сумғайны шул. Ире әллә нисә тапҡыр кире килеп ҡараны, тик ҡатын уны ҡабул итмәне. Ул шул тиклем әсә булыуға һыуһаған булған – икеһенең донъяһына башҡа бер кемде лә, хатта яратҡан ирен дә индергеһе килмәне.
Әсәһен шатландырып, малай аҡыллы бала булып үҫте. Телдәр өйрәнеүгә һәләте булғас, биш йәшенән тел өйрәнеү мәктәбенә барҙы, спорттың бар төрҙәре менән шөғөлләнде, музыкаға ла ваҡыт таба ине. Фәриҙә уны бөтә яҡлап үҫтерергә тырышты. Күңелендәге бар наҙҙы һәм мөхәбәтте уға бирҙе.
Илһам институт тамамланы, һөнәрле булды. Бәләкәй сағында тыңлаусан ғына булған малайҙың холҡо үҫмер йәшенә еткәс үҙгәрә башланы. Әсәһенең артыҡ яратыуын ҡабул итмәне, ҡаты ғына яуап биреп илатҡан саҡтары ла күп булды. Ә кәләш алып ҡайтҡас, Фәриҙә өсөн ҡара көндәр башланды. Шаталаҡ ҡыҙ Илһамды бөтөнләй үҙенең яғына ауҙарып алды.
– Әсәй, мин уны нығыраҡ яратам, был шулай булырға тейеш тә, – тип кенә ебәрә улы.
Йәберләүҙәр, әсәһенә тыныс йәшәү күрһәтмәй башланы улар. Үҙ башына ул улы менән икәүһенә фатирын хосусилаштырғайны. Хәҙер малайы һатырға рөхсәт бирмәй. Йәнәһе, әсәһе үлгәс, ҙур өс бүлмәле фатир былай ҙа уға ҡаласаҡ. Бүлеп ваҡлатҡыһы килмәне. Дөрөҫөрәге, кәләше шундай аҡыл өйрәтте уға. “Әсәйең ҡарт, барыбер оҙаҡҡа бармаҫ. Ә беҙҙең балалар тыуасаҡ, уларға иркен фатир кәрәк”, – тине.
Әле Фәриҙәнең иҫе-аҡылы китә. Ҡан туғанлығы булмағанға улы уға ҡарата шул тиклем рәхимһеҙме? Икәүләшеп уның тиҙерәк үлеүен теләгәндәрен дә һиҙеп йөрөй бит. Хәле насарайып, түшәккә ятһа, ҡарттар йортона тапшырасаҡбыҙ, тип һөйләшкәндәрен дә ишеткәне бар. Үҙенең балаһы был тиклем әшәке булмаҫ ине, моғайын.
Ҡартлыҡҡа аяҡ баҫып, кәр кәүҙәне ҡалдырып киткән мәлдә ире Фәнисе тураһында йышыраҡ уйлай ул. Ниңә генә иренең “ят бала, барыбер һинеке булмай ул” тигән һүҙен тыңламаны икән?! Бабайы менән бергә ҡартайһалар, ошо тиклем йөрәге лә әрнемәҫ ине бит. Ни эшләп ышаныслы, яратҡан ирен сит балаға алмаштырғандыр... Ғүмерен яңынан башлаһа, ике уйлап тормай ирен һайлар ине лә бит Фәриҙә, һуң шул...
Әйткәндәй, Фәнис ҡатынынан айырылып, бер йыл да яңғыҙ йөрөмәне, бер ҡарт ҡыҙға өйләнде. Уныһы иргә игеҙәк малайҙар һәм бер ҡыҙ табып бирҙе. Әле бабай менән әбейҙең балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә иреп кенә йәшәп ятҡан көнө.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Sit-bul-a-la-balani-ayla-ayni-la-bit-21296/