Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
23 Ноябрь 2019, 22:30

Йыр (Хикәйә)

Латифа ауыл уртаһындағы Пожар тауы итәгендәге бәләкәй өйөндә яңғыҙы ғына йәшәй.

Өйҙө колхоз уға бынан ун йыл самаһы элек һалып биргәйне; яңы бураны атаһының иҫке йорто эргәһенә ултырттылар; иҫке йорттоң бүрәнәләрен Латифа берәмләп утынға ташып алды, тәҙрә яҡтары менән семәрле ҡапҡастары ғына ҡалғайны ла, индереп яғырға йәлләне, һәм улар соланға һөйәп ҡуйылған килеш яйлап сереп бөттө. Өйөн бәләкәй һәм ике тәҙрәле итеп төҙөүҙәрен үҙе һораны — яңғыҙына ҙур өйҙөң кәрәге юҡ, унан утын да күп китмәй, ҡышын йылыраҡ та була. Өйөндә иң кәрәкле нәмәләр генә: мейес, иҫке самауыр, һауыт-һаба, тимер карауат; тәҙрә янында — клеенка ябылған өҫтәл; әсәһенең ҙурайтылған фотоһүрәте, тәҙрә төбөндәге яран гөлө — былары инде Латифаның өй биҙәге.
Латифаның бер ҡасан да ире лә, балалары ла булманы. Һуғыштан һуң һоратыусы һирәк, юҡ хисабында, унан килеп, ауырыу ҙа йөҙәтте үҙен. Яйлап йәшлеге үтеп китте, дөрөҫөрәге, ул бөтөнләй булманы ла һымаҡ.
Ул мәктәптә төнгө ҡарауылсы булып эшләй. Төндәрен йылыла ултыра, китап уҡый, серем итеп тә ала, көндөҙ, бигерәк тә ҡыш көндәрендә, ул инде иркен йөрөй, йоҡлай, магазинға барып әйләнә, ашарына бешерә һәм ҡышҡы ҡыҫҡа көндөң үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Йәй эш күберәк, һыйыр тотмаһа ла, ҡаҙҙары, тауыҡтары бар. Яҙын инә ҡаҙ унлап бәпкә сығара, уларҙы йылғаға ҡыуырға, үләндә көтөргә, ашатырға кәрәк. Латифа картуф та сәсә, уныһы бер эш — утайһы, күмәһе бар; мәле еткәс, еләккә йөрөштөргөләй, варенье ҡайната, бәшмәккә лә сыға, унан колхоз өмәләрендә, бесән йыйыу, миндек бәйләү һымаҡ эштәрҙә ҡатнаша.
Ҙур йомошо ғына төшмәһә, Латифа күршеләренә бик инеп бармай. Ауырыу ваҡытында ул, кешеләр уның туберкулезынан шикләнәләрҙер, йоғоуынан өркәләрҙер, тип уйлай ине. Хәҙер үпкәһендәге йәрәхәттәр, табип әйткәнсә, бөтәшеп кипһә лә, элекке ғәҙәте буйынса, ҡатын күршеләренән һаман ситләшә. Инерһең, ә улар ашап ултыра, уға тәрилкә, сынаяҡ ҡуйырға, һуңынан ул ҡулланған һауыт-һабаны сода менән йыуырға кәрәк; иң насары — был ас, ашарға килгән икән, тип уйлауҙары бар. Хәҙер сәбәпле-сәбәпһеҙгә күршегә инеп сәйләп тә булмай. Элек кенә ул өйҙәр араһында еңел ситән кәртәләр ине, хәҙер һәр береһенең араһында бейек ҡойма, тиҙ генә инермен тимә, ҡапҡалары ла ҡалын таҡтанан, кистәрен бикләп ҡуйыла, урамдан эстә нимә эшләгәнен күрерлек тә түгел; мул тормошта йәшәүсе кешеләр бик йөрөшмәй шул: көндөҙ эштә, кистәрен телевизор алдында.
Латифаның туғандары, ағай-апалары күптән үлгән, шуға уны ҡунаҡҡа саҡырыусы ла, үҙенең дә өндәшер кешеһе юҡ. Ул бер ҡайҙан да, бер кемдән дә хат-хәбәр, шатлыҡ, ҡайғы көтмәй. Юғары остан килгән бәләкәй генә ҡыҙыҡай, һеҙҙе Иҫәнғолов бабай саҡыра, тигәс, тамам аптыраны шуға ла. Уның саҡырыуы әллә ни ғәжәпләндермәне (улар бер-береһенә туған түгел, нимәгә кәрәкте икән һуң?), ә Иҫәнғолов ҡарттың һаман тере булыуы аптыратты. Ҡасанғы кеше бит инде.
Ни эшләптер уны бөтәһе лә фамилияһы менән Иҫәнғолов тип йөрөтә. Исемен Латифа әллә белмәй, әллә онотҡан. Иҫәнғолов — ҡыҙ сағында уның ауылда, хатта донъяла иң ҡурҡҡан кешеһе шул булғандыр, моғайын. Сөнки ул лесник булып эшләй торғайны, урманды ныҡ һаҡланы, уны ҡырҡыусыларға ҡарата аяуһыҙ булды.
Һуғыш ваҡытында һәм унан һуңғы тәүге йылдарҙа ауылда утынға ҡытлыҡ ҙур. Бөтә ситән-кәртә яғылып бөткән. Ҡырҡырға рөхсәт ителгән урман ауылдан ете-һигеҙ саҡрымда, Урал һырты итәгендә; дөрөҫ, Өсҡолон тауы буйында урман да бар, ләкин унда утын әҙерләргә рөхсәт ителмәй, уны Иҫәнғолов һаҡлай; ағас ҡырҡыусыларҙы эләктереп штраф һала, ә утынды колхоз идараһы йәки ауыл Советы йорттарына илтеп ауҙарта. Быларҙан тыш, ағас ҡырҡырға тағы бер урын бар, уныһы йылға аръяғындағы Аҡташ янында, ошо урмандарға бара торған юл өҫтөндә.
Утынға барып килеү өсөн бригадирҙан ат һорау – тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял. Бирмәй. Аттарҙы баҫыу эштәре өсөн һаҡлайҙар, яҙғы сәсеү алдынан ашатырға кәрәк. Ул замандарҙа ни әлеге ише тракторҙар тулып йөрөмәй шул, бөтә техника иҫке, ә тракторсылары — малайҙар ҙа ҡыҙҙар. Тракторҙар көн дә тиерлек ватыла, шуға күрә бөтә өмөт аттарҙа ине. Үгеҙҙәр менән һыйырҙар ҙа егелә торғайны хатта. Ана шул үгеҙҙәрҙе һирәк-һаяҡ утынға биргеләй ине бригадир. Әммә үгеҙ ат түгел, урманға ҡәҙәр ете-һигеҙ саҡрымды атлап ҡына бара, ҡайтҡанда саҡ-саҡ һөйрәлә һәм уны юл буйынан теҙгененән тотоп йөрөтөргә кәрәк. Иртүк ҡуҙғалаһың, барып етеп ҡырҡҡылағансы, ҡырҡҡан ағастарҙың ботаҡтарын бер ергә өйөп яндырғансы, тейәп, арҡаныңды тартҡансы төш етә; юлға сыҡҡас, түбәнләстә йәки текә урында бер биш мәртәбә генә ауа әле ул йөгөң, уны йәнә тейәйһең, бәйләйһең һәм тағы ҡуҙғалаһың. Аҡташҡа көн яҡтыһында етһәң, шатлан, унан ауыл күренеп тора. Ә үгеҙҙәрҙең шундай тиҫкәреһе лә бар: килә-килә лә ята ла ҡуя, үл — торғоҙа алмайһың. Арый, мәхлүктәр.
һуғыш йылдарында Латифа утынға әсәһе менән бара торғайны, һуңынан, ул ауырып киткәс, үҙе генә йөрөргә мәжбүр булды.
Урмандағы ҡурҡыуҙары! Нимәнән шул тиклем ҡото осҡандыр, хәҙер үҙе лә белмәй. Ошо ҡурҡыуын еңер, үҙен үҙе йыуатыр өсөн ул ҡысҡырып йырлар ине, белгән бөтә йырын йырлап бөтөрөр ине. Бәләкәйҙән уның тауышы моңло була торғайны шул.
Бер ваҡыт ул һуңға ҡалды. Пушков карьерына еткәндә, ҡараңғы төшкәйне инде һәм ул томшоҡтарын өҫкә күтәреп, урман ситендә олоп ултырған бүреләрҙе күрҙе. Ҡурҡышынан Латифаның аяҡ быуындары йомшарҙы, былай ҙа өшөгән тәне буйлап боҙ һалҡынлығы йүгерҙе: ул йөгө өҫтөнә көскә үрмәләп менде лә ҡулына балтаһын алып, бөтә көсөнә йырлап ебәрҙе. Бүреләр ни өсөндөр уға теймәне, йырынан ҡурҡтылар, ахыры.
Шундай михнәттәр менән барып алынған утын бик һаҡлап ҡына яҡҡанда ла айға саҡ етә. Санаға әллә ни күп тейәп тә булмай шул. Ҡайын утыны бөткәс, сана һөйрәп, йылға аръяғына сығырға мәжбүрһең; унда ерек ағасы йыға, ҡоро-һары йыя, һирәкләп булһа ла ҡыу ағас табыла, сей ерек менән мейес яҡҡан саҡтары ла йыш була торғайны Латифаның.
Һуңынан Латифа үҙенсә бер хәйлә уйлап тапты: ете саҡрым ерҙәге урманға барып йөрөгәнсе, шул уҡ миҡдарҙағы утынды ул ауылға яҡын ҡайынлыҡта, Аҡташ эргәһендә лә ҡырҡа ала ла баһа. Дөрөҫ, унда ағас ҡырҡыу тыйылған, ләкин иртәрәк тороп барғанда, таң атҡансы әйләнеп ҡайтырға мөмкин бит. Һәм ул һәр саҡ ҡайтып етә. Ә үҙе шул тиклем дә ҡурҡыр, шул тиклем дә ҡалтыраныр ине... Тауҙарҙа яңғыҙлыҡтан, урман тынлығындағы һәр ҡыштырлауҙан, төнгә тиклем йөгөн тейәп бөтөрә алмауҙан, һуңға ҡалып сыҡһа, бүреләргә осрауҙан ҡурҡһа, бында, Аҡташта, бүреләрҙән дә бигерәк лесник Иҫәнғоловтан ҡото алына торғайны. Ҡурҡыныс ине Иҫәнғолов! Тышҡы ҡиәфәтенә ҡараһаң, әҙәм ҡотон алырҙай ғилләһе лә юҡ һымаҡ: ҡышын һалҡындан өтөлөп, йәйен елдә ҡояшҡа ҡаҡланып бөткән йыйырсыҡлы ҡара йөҙлө, ҙур танауы аҫтында һерәйеп торған ерән мыйыҡлы, зәңгәр күҙле бер ағай инде. Ләкин уның менән тыйылған ерҙә ағас ҡырҡҡан мәлеңдә осрашырға яҙмаһын: штраф һалып утыныңды тартып аласаҡ, малайҙар ҡурҡытҡанса, хатта сыбыртҡылауы ла ихтимал. Ә дөрөҫөн генә әйткәндә, Латифа кеүек Аҡташ йәки Өсҡолон янында ағас ҡырҡыусы бер малайҙы ла тотманы, штраф һалманы, туҡмаманы.
Латифа ҡараңғыла уҡ юлға сыға, Аҡташ түбәһенән артыла ла ҡайынлыҡҡа борола һәм арыуырағын һайлап ҡырҡырға тотона. Биш ҡайынды ауҙарып, ботаҡтарын тунағансы, көнсығыштағы тауҙар артынан ҡояш та сыға, ҡар өҫтөнә ҡайын олондарының зәңгәр шәүләләре һуҙыла, ҡар йылтырап, төрлө нур менән йымылдарға керешә; хәрәкәтләнһәң, нурҙар ҙа һикерешә, күҙ ҡыҫыша; туҡталһаң — туҡтап ҡала. Тынлыҡ. Балта тауышы ла аяҡ аҫтында ҡар шығырлауы. Балта тауышын барыбер йәшерерлек түгел, әллә ҡайҙарға яңғырай, шунлыҡтан Латифа йыр башлай: ул бигерәк тә атаһы яратҡан йырҙы — быны әсәһе һөйләүе буйынса белә — ихлас йырлай:
Килә генә болот, яуа ямғыр
Кәртәләп тә сәскән бойҙайға.
Юлға ғына сыҡһам, юлым уңмай,
Тел тейҙерҙемме әллә хоҙайға?
Бөтә башҡорт йырҙары кеүек үк, был да оҙон көйлө, моңһоу; йырлайһың, ә үҙең эстән һығылып илайһың, шул уҡ ваҡытта йырҙа бөтмәҫ хәсрәт кенә түгел, яҡты өмөт тә бар. Нисә тапҡыр ҡабатланды: йыҡҡан ағасын ботай, үҙе йырлай һәм юл яғынан ҡапыл ат бышҡырғанын ишетә. Ҡараһа, юлда ысынлап та ат тора, санала — Иҫәнғолов. Бөттөм, тип уйлай Латифа. Йөрәге туҡталғандай була, аяҡтары быуынһыҙға әйләнә. Ул балтаһын ташлай ҙа ағасҡа ултыра һәм күндәм генә үҙенең яҙмышын көтә. Бына хәҙер янына килер, акт төҙөр, штраф һалыр. Ләкин лесник нишләптер уның янына килмәй ҙә килмәй, санаһында ултыра бирә, унан атын атлатып ҡына тауҙар яғына йүнәлә. Әммә Латифа лесниктың хәйләһен самалай: тыйылған урмандың ағастарын ҡырҡҡанһың икән, ауылға алып ҡайт, ә ул һине берәй тыҡрыҡта көтөп кенә торор ҙа йөгөңдө колхоз идараһына борҙорор, бушаттырыр, өҫтәүенә, йөҙ һум штраф та сәпәр. Тик, ни ғәжәп, тыҡрыҡта берәү ҙә юҡ, ҡыҙ бының сәбәбенә һис төшөнә алмай һәм үҙенә, Иҫәнғолов урманда йөрөп оҙаҡлабыраҡ киткәндер йәки башҡа эштәр менән булып уны онотҡандыр, тип аңлатырға тырыша...
Эх, Аҡташ ҡайындары! Был ваҡиғаларҙан һуң байтаҡ йылдар үтте, һуғыш малайҙары, ҡыҙҙары ҡурҡа-ҡурҡа утын ҡырҡҡан ҡайынлыҡтағы ағастарҙы бульдозерҙар менән төбө-тамырынан йолҡоп-аҡтарып ҙур өйөмдәргә өйҙөләр ҙә ут төртөп яндырҙылар, ерен һөрөп, һоло һәм күп йыллыҡ үлән сәстеләр. Иҫәнғолов та хәҙер һис ҡурҡыныс түгел, пенсияға сыҡҡас онотолдо, ләкин төштәренә инеп ғүмер буйы йөҙәтте Латифаны. Уға һәр саҡ бер үк төш күренә. Имеш, ул үгеҙ егеп ҡышҡы юлдан утын алып ҡайтып килә, йылғаға яҡынлаша, ә арттан уны Иҫәнғолов ҡыуып килә, Латифа үгеҙҙе ҡыуа, уныһы, шәберәк атлау урынына, ергә ята ла ҡуя. Ҡуҙғатырлыҡ та түгел. Ул нисек итеп өйгә утынһыҙ ҡайтһын, әсәһенә ни әйтер, өйөн нисек йылытыр, өйрәне нисек бешерер?.. Ҡото осоп уянғандан һуң, күңелендә шундай ауыр өмөтһөҙлөк, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәсрәт.
Ун йыл самаһы күрмәгән һәм, моғайын, донъя ҡуйғандыр инде мыңарсы, тип уйлаған Иҫәнғолов бөгөн килеп уны ниңә саҡыра икән һуң? Инде үҙе лә олоғайып, кешеләр тарафынан онотолоп бөткән Латифа уға нимәгә кәрәк булды икән? Төрлөһөн уйлап, бер ниндәй фекергә килә алмаһа ла, ул саҡырылған ергә барырға ҡарар итте. Оло кеше, донъя бит, нимә булмаҫ тиһең, унан килеп ҡасандыр ныҡ ҡурҡҡан кешене күреү уға ҡыҙыҡ һымаҡ та тойолдо. Ә үҙе барыбер ҙә ҡурҡа-ояла ғына барҙы.


(Дауамы бар).

Иҫәнғоловтың юғары оста йәшәгәнен белһә лә, Латифа уныҡы ҡайһы йорт икәнлеген белмәй ине. Урамдағы бала-сағанан һорарға тура килде. Алты мөйөшлө, ҙур верандалы яңы йорт булып сыҡты был. Таҡта ҡапҡалар. Лапаҫта «Иж» мотоциклы тора, тимәк, йортта йәш хужа бар. Иҫәнғоловтың төпсөгөлөр, күрәһең. Латифаны бер кем дә ҡаршыламаны, тағанда сәңгелдәк бәүелгән ҡыҙ ҙа уға иғтибар итмәне... Яңы ғына донъя ҡуйған мәрхүм йортона ингәндәге шикелле шом, ҡаушау тойғоһо менә- нерәк Латифа соланға инде лә һаҡ ҡына өй ишеген асты.
– Люциә, ишекте тиҙерәк яп, себен тула, — тине хәлһеҙ генә ҡарт тауыш.
Бабай аш бүлмәһендәге һикелә ята, ғәҙәттәгесә арҡыры түгел, ә буйға; башын ишек яғына ҡуйған, тәҙрә уның күкрәгенән тура килә, шунлыҡтан, түшәгенән күтәрелгәндә, ул бөтә ихатаны күреп тора, ҡапҡанан сы- ғыусы-инеүсене күҙәтә ала. Аяҡ тауыштарын ишеткәс, ҡарт башын борҙо, һәм Латифа ниндәйҙер ят һәм ап-аҡ йөҙ күрҙе. Эйәк-яңаҡтарын ҡуйы һаҡал баҫҡандан түгел был, ә ҡан ҡалмауҙан; йәшкәҙәгән һарғылт күҙҙәрендә — тыныс моңһоулыҡ.
– Латифа, һинме? — тине ул шикләнгән һымағыраҡ итеп. — Әсәйең мәрхүмәгә тартҡанһың икән. Мин серемгә китеп, һинең ингәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын, ейәнсәрем тип торам. Ишек төбөндә торма инде, бынауында үтеп ултыр.
Латифа һике ситенә генә ултырҙы ла Иҫәнғоловтың йылдар һәм ҡартлыҡ үҙгәрткән тыныс йөҙөндә әүәлге уҫал лесник һыҙаттарын табырға тырышты. Ул уны оҙон буйлы, таҙа кәүҙәле кеше итеп хәтерләй, ә һикелә бәләкәй генә, кибеп бөткән ҡарт ята. Элекке ҡурҡыныс Иҫәнғоловтан бер нәмә лә ҡалмаған икән шул...
– Киленем һауынсы, һауынға киткәйне, улым да эштә, килен һыйыр һауған арала ейәнсәрем менән генә донъя көтәбеҙ. Тиҙҙән ҡайтыр инде... Үҙең ни хәлдә генә йәшәйһең?
Латифа тормошонан зарланырға яратмай, зарланырға сәбәп тә юҡ һымаҡ, шуға күрә, аллаға шөкөр, һәйбәт, тип яуапланы.
– Ҡаҙ тотам, — тип өҫтәне шунан ниңәлер. — Ҡаҙым быйыл ун ике бәпкә сығарҙы.
– Аҡташҡа утынға йөрөгәнеңде иҫләйһеңме?
– Иҫләмәйсә, — тип эстән генә һағая биреп, төшөнкө тауыш менән яуапланы Латифа.
– Ул саҡтарҙа мин лесник инем бит, — тип дауам итте ҡарт. — Ҡайынлыҡ яғынан үтеп барам, һин утын ҡырҡаһың, етмәһә, урманды яңғыратып йырлайһың. Тыйылған урында ҡырҡаһың, ә тауышың бер саҡрымдан ишетелеп тора. Матур йырлай инең, йырға оҫта инең. Туҡтайым да хайран ҡалып тыңлайым...
– Ә мин һеҙҙән ҡурҡа инем, — тине Латифа.
– Ҡурҡа инең? Ниңә?
– Штраф һалырһығыҙ, утынымды алырһығыҙ, тип.
Ҡарт тынды, йәшкәҙәгән күҙҙәре менән Латифаға ҡарап алды — әйтелгәндәр уны аптыратты, ахыры.
– Тапҡанһың ҡурҡыр кеше, — тине бер аҙҙан. — Эйе, ул йылдарҙа урман ҡырҡыу ҡәтғи тыйыла ине, һаҡланыҡ, тик һуғыш осоронда мин бер кемде лә тотманым, бер кешегә лә штраф һалманым, һуғышҡа тиклем, йәшермәйем, ҡаты булдым, ә һуғыш ваҡытында кемгә штраф һалаһың инде? һалдат ҡатынынамы әллә һинең кеүек бала-сағағамы? Тормош ауыр, һеҙҙе йәлләй торғайным, халыҡты ла рәнйетмәнем. Урманға нимә булһын, ҡырҡылғаны урынына яңыһы үҫер әле... Туҡталам да тыңлайым, хатта илаған саҡтарым да булды, үтә лә моңло итеп йырлай торғайның бит. Ҡайҙан ул тиклем йыр белгәнһеңдер, аптырайым. Хәҙер берәү ҙә улай йырлай белмәй. Хәҙер бүтән төрлө йырҙар. Ҡай саҡ телевизорҙан тыңлайым. Тамаҡ төптәре менән аҡыралар, көйө лә ташҡа үлсәйем, дөбөр ҙә шатыр. Йә бына кистәрен беҙҙең тәҙрә төбөнә йыйылған малайҙарҙы ал: мөңгөрләйҙәр, ә бөтөнләй аңларлыҡ түгел. Өс пластинкам бар ине, патефонда әйләндерә инем, унан радио һатып алдыҡ. Пластинкаларҙы ейәндәр иҙәнгә төшөрөп ватып ҡуйҙы. Өлкән улым, ҡалала боронғо йырҙар яҙылған пластинкалар юҡ, ҡайҙалыр заказ биреп алдырырға кәрәк, ти, — ҡарт саҡ ҡына хәл йыйҙы ла дауам итте:
— Бына ятам шулай итеп, ауырыйым, оҙаҡламай китеп тә барырмын, ахыры. Ҡаның ағарған, ти врач. Ҡан ағара микән ни? Ҡышын йөрөй инем әле, хәҙер бына аяҡтан да ҡалдым, хәл көндән-көн мөшкөлөрәк. Элек ҙур яҡта ята инем, унда тәҙрәләр урамға ҡарай, трактор гөрөлдәй, мотоциклдар тырылдай; унан килеп, мин һикегә өйрәнгәнмен, карауаттарын да, дивандарын да яратмайым. Шуға күрә бында күсеп яттым. Бында нисектер күңеллерәк. Ихатаға күҙ һалам, балалар уйнағанын, ҡош-ҡорт, мал-тыуар йөрөгәнен, сәпсектәр осҡанын күрәм, ә төндә, йоҡоһоҙ ятҡанда, һыйыр мышнағаны, стенаға ышҡылғаны, ҡаҙҙар ҡаңғылдашҡаны, әтәс ҡысҡырғаны ишетелә. Таң беленә башлау менән, килен тора, һыйырҙы һауа ла фермаһына китә.
Яттым-яттым да башҡа бер уй килде: һәйбәт кенә бер боронғо йырҙы тыңлаһаң ине, күңел йомшарып китер, илап алыр инем, тим. һинең тауышты ишеткем килде. Һин бит боронғо йырҙарҙы беләһең, бәлки, ҡарт кешегә бер йырларһың, мин һуңғы тапҡыр рәхәтләнеп тыңлар инем...
Бына ни өсөн саҡырған икән Иҫәнғолов! Латифа аптыраны ла, ҡыйынһынды ла. Ҡарттың теләге үтә лә сәйер тойолдо уға. Бында ниндәйҙер килешмәгән, уны кәмһеткән нәмә лә бар һымаҡ. Нисек инде кил дә йырларға тотон? Йыр бит ул мәжлестәрҙә, арба йәки санала барғанда, машина башына ултырып яландан йәки ферманан ҡайтҡанда ғына йырлана. Аҡылына зәғифлек килмәнеме икән?.. Ярай, оло кеше, етмәһә, сырхап та ята, үтенгәс, йырлар ҙа инде, тик күптән йырлағаны юҡ бит әле...
Ҡасандыр, һуғыштан һуңғы йылдарҙа, уҡытыусы Зөләйха апай Латифаға, тауышың бик матур, моңло, һиңә мотлаҡ йырсылыҡҡа уҡырға кәрәк, ти торғайны. Ете йыллыҡты тамамлағас, Латифа Стәрлетамаҡтағы өс йыллыҡ культура-ағартыу училищеһына уҡырға инде. Артистка булмаһа ла, клуб мөдире, хор коллективы етәксеһе булыр әле. Уҡыуы ауыр ине. Ул саҡтарҙа карточка системаһы, көнөнә өсәр йөҙ грамм ғына икмәк бирелә. Уны алаһың да баҙарға илтеп картуфҡа алмаштыраһың — картуф өйрәһе икмәкһеҙ ҙә бына тигән; икенсе көндә алған икмәгеңде тоҙға алмаштыраһың. Ҡырҡ етенсе йылда карточкалар бөтөрөлгәс, ҡыҙҙар үҙҙәренең училищеһынан алыҫ булмаған магазинға йүгерешеп барҙы ла һәр береһе берәр буханка икмәк, берәр килограмм шәкәр һатып алды һәм икмәк менән шәкәрҙе һалҡын һыу менән ашарға тотондо. Ашайҙар-ашайҙар ҙа, саҡ ҡына тын алғас, тағы керешәләр, ә төндә барыһы ла ауырышып китте. Икенсе курста уҡығанда Латифа рус теленән иншаһын «икеле»гә яҙҙы ла стипендияһыҙ ҡалды. Ҡышын кешеләргә кер йыуып, утын ҡырҡып саҡ көн итте. Кейемдәре лә иҫке: әсәһенең ямаулы һырмаһы, күп йыуыуҙан туҙып бөтөп барған берҙән-бер күлдәге, аяҡтарында— калуш. Ярай әле йөн башалтайы бар. Яҙына бер калушының табаны ҡупты. Уны еп менән уратып бәйләп ҡуйған килеш ул берәүҙәргә баҡсаһын ҡаҙырға, картуф ултыртырға ярҙам итте; бер ни ҡәҙәр аҡса туплағас, баҙарҙан кейелгән аяҡ кейеме алып, шуны йәйгә ҡәҙәр еткерҙе. Йәй ауылға ҡайтҡас, һыйырҙарына бесән әҙерләне, утын ташыны, ә көҙөн ҡалаға йыйына башлағас, әсәһе: «Ҡыҙым, китмәйһеңме әллә? Ауырыйым бит, яңғыҙыма ҡыйын булыр», — тине. Әсәһе сихут менән яфалана ине шул. Ҡырҡ икенсе йылда Латифаның атаһына үлеү хәбәрен алғас, сырхап киткәйне. Ләкин Латифаның уҡыуын тамамлағыһы килде. Ноябрҙә телеграмма алды — әсәһе ауыр хәлдә икән. Ул йыйынып ҡайтҡансы, әсәһен ерләгәйнеләр инде...
Өс көн торғандан һуң үҙенең училищеға яңынан бара алмаясағын аңланы — өйөн, һыйырын, хужалығын ташлап ҡайҙа китһен?! Һыйырҙы, әлбиттә, һатып ебәреп тә була, өйөн йәйгә тиклем бикләп торорға ла мөмкин, әммә ул китеү менән, бында бөтәһе лә юҡҡа сығыр һәм тыуған йортһоҙ тороп ҡалыр һымаҡ тойолдо уға. Ҡыҙ фермаға эшкә керҙе лә һауынсы булып эшләй башланы. Ныҡ эшләне, әрһеҙ булды. Ҡышын һыуыҡ тейҙереп, йүтәл менән яфаланды, сирен аяҡ өҫтөндә генә үткәрергә тырышһа ла, яйлап бығаса ҡанында йәшеренеп ятҡан әсәһенең ауырыуы ябырылды шикелле. Сир менән яғалашып йылдар үтте. Тубдиспансерҙа ятты, колхоз путевкаһы менән санаторийға барҙы, дарыуланды, эт майы, бурһыҡ майы, ҡымыҙ эсте, бал менән ҡушып сабур үләне ашаны, һәм ниндәйҙер мөғжизә менәндер иҫән ҡалды. Ләкин бер ваҡытта күкрәген тултырып үҙенең яратҡан йырҙарын элеккесә саф, көслө тауыш менән йырлай алманы...
— Эй, Иҫәнғолов ағай, мин бит инде әсәйем үлгәндән бирле йырлағаным юҡ. Сихут үткәрҙем, тауыш шунда юғалды, — тине Латифа, үҙенең йырлай алмаҫын белеп.
— Ә һин булдыра алғанса йырла. Миңә бит һинең радио һымаҡ йырлауың кәрәкмәй. Әкрен генә йырла. — Ҡарттың күҙҙәрендә, тауышында үтенес, өмөт, хатта ялбарыу сатҡылары ла бар.
Латифа икеләнде. Йырламаһа, оло кешене үпкәләтә, йырлай ҙа алмай, әллә ни теләге лә юҡ, шулай ҙа йырларға тура килһә тип, эстән генә яратҡан йырҙарын барларға тотондо.
— Нимәне йырларға ла белмәйем дә баһа, — тине ул, байтаҡ һүҙһеҙ ултырғандан һуң.
— Боронғо берәй йырҙы.
Латифа, көрһөнөп, тәрән итеп тын алды ла «Таштуғай» ҙы башланы. Ул һағышланып, башын бер яҡҡа ҡыйшайтып, сәңгелдәктәге сырхау баланы бәүелткәндәй әкрен генә йырланы. Икенсе йырға күсте. Әлбиттә, йәш сағындағы тауыш юҡ ине инде, әүәлге көслө, юғары, көр, таҙа тауышы ауырыу күкрәгендә күптән һүнгән.
Унан ул «Азамат»ты башланы:

Алыҫтарҙан, һай, күренә
Ирәмәлкәй тауҙың аҡ ташы.
Ҡайҙа гына бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы...

Латифа йырлап бөткәйне, ҡарт иланы ла ебәрҙе. Ул оҙаҡламай үҙе ҡалдырасаҡ тормошто йәлләп, тиҙ үткән ғүмерен ҡыҙғанып — күҙ асып йомған арала малайҙан хәлһеҙ бабайға әүерелде лә ҡуйҙы бит — үҙен йәлләп иланы. Бынан һуң инде ул бер ҡасан да йылдам атҡа атланып зәңгәр офоҡҡа ҡарай елдермәҫ, бейек тауҙарға менеп, матур йырҙарҙы тыңлай алмаҫ. Бәлки, ул үҙенең гүмерен йырҙа бәйән ителгән ҡайнар мөхәббәте булмауын иҫенә төшөрөп илағандыр. Ә, бәлки, былар уның шатлыҡ йәштәрелер, ҡасандыр, ҡыҙ сағында Аҡташта утын ҡырҡҡан, хәҙер инде үҙе лә олоғайған, сибек ҡарттың үтенесен кире ҡаҡмай йырлаусы яҡшы кешенең донъяла булыуы өсөн хисләнеп илағандыр. Йәки был йырҙарҙа Иҫәнғолов ҡарт хәҙергә Латифа белмәгән, әммә ҡартайғас, үлем алдынан ғына аңлашыла торған сиктән тыш тәрән йөкмәтке, мөһим һәм серле мәғәнә тапҡандыр...
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/litra/yyr-khik-y-/
Читайте нас: