Ҡала ҡыҙы Наилә бәләкәйҙән өләсәһенең доғаларын тыңлап, уның өгөт-нәсихәттәренә ҡолаҡ һалып үҫте. Буласаҡ ире Алмас менән мәсеттә танышты. Йәш һылыу ҡатын намаҙға баҫты, мәсеткә йөрөп, ислам нигеҙҙәренә төшөндө. Дингә килеүенә өс йыл тигәндә Наилә яулыҡ ябынды, оҙон итәкле күлдәккә күсте. Мосолман ҡатындары һымаҡ кейенә башланы.
Июль уртаһы, йәйҙең иң матур сағы, күптәр отпускыла, рәхәтләнеп ял итә. Кабинеттарҙың күбеһе буш тора тиерлек. Заманса зауыҡ менән кейенгән секретарь Наиләнең ҡиәфәте үҙгәреүен күреүсе булманы тиерлек. Бер аҙнанан шеф сыҡты һәм ҡатынға иғтибар итте:
– Ни эшләп яулыҡ ябындың, әбей түгелһең, шикелле?
– Намаҙға баҫтым, Мират Сабирович.
– Килешмәй һиңә. Йәмһеҙ ҡатындар ғына бөркәнһен әйҙә, әллә ирең көнләшәме?! Шундай оҙон итәк кейергә аяғың кәкре түгел шикелле. Кеше көлдөрөп, иҙән һепереп йөрөйһөң. Ҡартайғас та өлгөрөр инең.
– Мин мөслимә, Аллаһы Тәғәлә ябыулы ҡатын-ҡыҙҙың ғына доғаһын ҡабул итә.
...Тәүге тапҡыр улар осрашҡан көн Мират Сабировичтың иҫенә төштө. Ҡара итәк, ап- аҡ блузка кейгән нескә билле ҡыҙ шундай сибәр. Ҡуңыр сәстәрен йыйып ҡуйған. Ҙур һоро күҙҙәр, килешле танау, нескә ирендәр. Әллә ни биҙәнмәгән дә кеүек үҙе... Беленер- беленмәҫ һипкелдәренә тиклем килешеп тора. Хәрәкәттәре шундай матур, бармаҡтары пианисткаларҙыҡы кеүек нәфис ҡыҙҙың. Бындай ҙа камил гүзәллек булыр икән! Һылыуҡайҙы күргәс, донъя яҡтырып, балҡып киткәндәй булды...
Секретарь ҡыҙ эшен еренә еткереп башҡарҙы, барыһына ла мөләйем, иғтибарлы булды. Телефондан Наиләнең яғымлы тауышын ишетеү, үҙен күреү өсөн генә килеп китеүселәр ҙә булды. Ойошманың сағыу сәскәһе булған ҡыҙ үтә ипле, тәртипле. Һоҡланып ҡараһалар, нәфис ҡолаҡ остарына тиклем ҡыҙара. Мират уға Нелли тип өндәште (тәүге мөхәббәте Нелли исемле шаталаҡ ҡыҙ ине), һөйәркәһе итергә хыялланды. Тик ҡыҙ артыҡ инсафлы булып сыҡты. Хәҙер килеп ошондай һылыуҡай әбейҙәр кеүек кейенһен әле!
– Нелли, үҙ теләгең менән китергә ғариза яҙ, давай! Урынды бушат! – түрә бер аҙнанан әмер бирҙе. Тауышы ҡаты, тимер сыңлаймы ни, уҫал күҙ ҡарашынан һис ниндәй мәрхәмәт өмөт итеп булмай.
– Ғәфү итегеҙ, мин йөклө, үтенәм, хәлемә инегеҙ, икенсе вазифаға күсерегеҙ...
– Тубыҡлан да ботинкамды үп, Нелли ханым, шунда ни эшләргә уйлармын, бәлки. Намаҙ уҡығанда иҙәнде үбәһең бит, ботинкам иҙәндән таҙараҡ әле. И, вообще, мосолман ҡатындары өйҙә ултырырға тейеш, ха-ха-ха! – кинәнеп, ләззәтләнеп көлдө ул, хатта көлә торғас, эсе ауыртып бөттө.
Наиләнең һылыу йөҙө ап-аҡ ҡағыҙ төҫөнә инде, шулай ҙа ул бер һүҙ ҙә өндәшмәне, башын ғорур тотоп, кабинеттан сыҡты.
Ярты сәғәттән ғариза яҙылды һәм ауырлы ҡатын эштән китте...
Уны эштән ҡыуған Мират әфәнде алтмышҡа етеп, бер тапҡыр ҙа бисмилла ла әйтмәгән әҙәм затынан. Мәсеттә ғүмерендә бер тапҡыр, уныһында ла ике туған һеңлеһенең ҡыҙы Гөлназ кейәүгә сыҡҡанда «Ләлә- Тюльпан»да никах тантанаһында булды. Үҙ балаһы өйләнгәндә никахты фатирҙарында уҡыттылар, мулланы телефондан саҡырғайны. Мәсеткә үҙе теләп бер тапҡыр, хатта хәйер бирергә булһа ла ингәне юҡ.
Наилә китеү менән килгән Кира иркен ҡыланыштары менән түрәнең күңеленә ятты. Тулы аяҡтарының матурлығын күрһәтеүсе ҡыҫҡа итәкле, ир-ат иғтибар итерлек ҙур түшле Кира ымһындырғыс ине, әйткән һүҙе шундай татлы, шундай арбағыс. Нимәлер әйтергә теләй ҙә, әйтеп кенә бөтөрмәй кеүек... Ҡатындың ниндәйҙер ылыҡтырғыс, ябай һүҙҙәр менән әйтеп аңлатып булмаҫлыҡ көсө бар, муйыл ҡара күҙҙәренә ҡараһаң, донъялағы бар нәмәне оноторға була.
Очи черные, очи страстные,
Очи жгучие и прекрасные...
Мираттың иҫенә билдәле романс һүҙҙәре төшә, тап Кираға бағышланған тиерһең. Бер нисә айҙан ҡатын хужаһының бар теләген үтәргә әҙер сираттағы һөйәркәһенә әйләнде...
Мираттың ҡатыны уның ҡыланыштарына өндәшмәй түҙҙе. Тик бер мәлдә юғары ҡан баҫымы уны инсультҡа килтерҙе. Ул реанимацияла ятҡанда ир ҡурҡыныс төш күрҙе.
...Кемделер ерләйҙәр, шикелле, ҡайғылы музыка уйнай, халыҡтың күплегенә иҫең китер... Бик ҡупшы, ҡыҙыл бәрхәт менән көпләнгән табут. Ҡайҙа ҡарама – ҡыҙыл, һары төҫтәге рауза сәскәләре. Ниндәй батша яҡты донъя менән хушлашты, кемде шулай тантаналы оҙаталар икән?!
– Кемде ерләйҙәр ул? – тип һорағайны:
– Кемде булһын, Мират ҡәбәхәтте инде!.. – тип яуаплайҙар уға.
Йәшел сәлләле мулла:
– Күпме кешене рәнйетте, йыназаһында ҡатнашҡым килмәй, – ти.
Ҡото осоп уянды ир. Табутта ята тип төш күреп ятасы... Ярай, барыһы ла төштә генә булып ҡалһын, өнөндә ҡабатланып ҡуймаһын инде... Бер кеше, исмаһам, уның хаҡта яҡшы һүҙ әйтһәсе. Шул тиклем йүнһеҙ әҙәмме ни ул?!
Мират реанимацияға китте, табиптарға аҡса төртөп маташты. Бүлек мөдире бары Аллаһы Тәғәләгә генә өмөтләнергә саҡырҙы (медиктар Хоҙайҙы иҫкә төшөрә икән, тимәк, улар сырхауға ярҙам итә алмай, тип әсенеп уйланы ир...) Шунда затлы костюм кейгән Мират Сабирович шиңеп төштө. Көсһөҙлөгөн, ҡатынына бер нисек тә ярҙам итә алмаҫын аңлағас, әсенеп иланы ул, табиптарҙы әрләп-ҡарғап бөттө...
Ҡатынының ғына мәрттән сыҡҡыһы, бысраҡтан, яуызлыҡтан торған фани донъяға кире ҡайтҡыһы килмәне... Яһалма һулыш аппараты ярҙамында ғына ғүмере бер аҙға һуҙылды. Тап тыуған көнөндә уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны...
Әсәһе үлгәндән һуң улы атаһына бар уйлағанын әйтеп, бар үпкәһен белдереп сығып китте.
– Әсәйҙең өҫтөнән кемдәр менән генә йөрөмәнең. Балниста ятҡанында ла аҙғын Кираңдан сыҡманың. Әсәй һинең арҡала үлде, ҡәбәхәт! Бөгөндән һинең – улың , минең атайым юҡ!
Атаһына әйткән һуңғы һүҙҙәре булған икән. Мәңгелеккә бәхилләшкәнен Азат һиҙгән, күрәһең...
Ике йыл үткәс, улы менән килене ҡот осҡос аварияға осраны. Йәштәрҙең йөрәге уларҙы дауахананың ҡапҡа төбөнә килтереп еткергәндә генә тибеүҙән туҡтаны... Мәрхүмдәрҙе ерләп, зыяраттан сығып килгәнендә аҡ кейемле бер әбей ирҙең еңенән тартып туҡтатты.
– Гонаһтарың күп һинең, улым. Бигерәк күп... Тәүбәгә кил, улым. Күреп торам – Аллаһы Тәғәлә асыуланған үҙеңә…
Аҙаҡ Мират был аҡ кейемле инәйҙе иҫләп ҡараһа ла, кем икәнен хәтерләй алманы. Әбейҙе унан башҡа бер кем дә күрмәгән дә, янында ғына торған ҡоҙалары ла шәйләмәне, шикелле. Әллә уның үҙенә, бары уның күҙенә генә күренде инде?!
Фатирында яңғыҙы ҡалғас, иҙәнгә ятып үкһене ир. Аш бүлмәһенә сығып газды асып ағыуланыу теләге лә тыуҙы. Ниәтен тормошҡа ашырырға йоҡо ҡамасауланы. Хәлһеҙләнеп ятҡан килеш әүен баҙарына киткән.
Төшөндә улы менән киленен күрҙе.
– Атай, беҙгә бында оҡшай, беҙҙең өсөн ҡайғырма, – тине Азат. Япа-яңғыҙ ҡалған бахыр атаһын йәлләй, йыуата ине ул.
Мират магазиндан бер сумка араҡы тейәп ҡайтты, эшенә сыҡмай бикләнеп эсте. Эсеренә бөтһә, магазинға барып килде, унан һуң тағы... Тик эскән килеш йоҡлаһа, һәр саҡ тиерлек яҡындары төшөнә инде, хатта йоҡларға ла ҡурҡа башланы. Тамам тыныслығы юғалды, үҙенә урын таба алмай йонсоно. Ярға ташланған балыҡ һымаҡ тыпырсынып күпме бәргеләнмәһен, яҡындарын кире ҡайтарып булмай шул... Бер нисә йылдан һуң меҫкен хәлгә ҡаласағын әйтһәләр, ышанмаған булыр ине. Хәҙер ниндәй аяныс хәлгә ҡалды бит, бигерәк бәхете юҡ уның! Йүгәнһеҙ-йүнһеҙ Кираға бәйләнеп, бар тормошоноң кирегә тәгәрәгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды бит... Үҙ-үҙен йәлләп, илап-һыҡтап, аяныслы яҙмышын шулай ҡәһәрләп эсте лә эсте ҡайғыһынан алйыр хәлгә еткән яңғыҙ ир. Япа-яңғыҙы илереп, улының фотоһүрәтен ҡосаҡлап тик ятты. Берҙән-бер балаһының ҡәҙерен уны юғалтҡас, унан мәңгелеккә айырылғас ҡына аңлай башланы шикелле атай булған кеше.
Кира күптән Өфөлә түгел, кейәүгә сығып, икенсе ҡалала йәшәй. Бер туған һеңлеһенең туйында күпкә байыраҡ һәм йәшерәк ир менән танышып, күп тә үтмәне, уны үҙенә өйләндерергә өлгөрҙө. Элекке һөйәрен иҫенә лә алмай хәҙер.
Миратҡа үҙенең бер кемгә лә кәрәкмәгәнен тойоу бигерәк аяныслы ине. Ниндәйҙер урын биләп түрә булған сағында ғына иғтибар иткәндәр, уға хәҙер килененең ата- әсәһенән башҡа шылтыратыусы ла юҡ. Уларҙы уртаҡ ҡайғы берләштерә шул, ата-әсә өсөн ғәзиздәрҙән-ғәзиз балаһын юғалтыуҙан да ҙурыраҡ, унан да әсерәк ҡайғы булмайҙыр. Бындай ҡайғыны үҙ башынан үткәргәндәр генә башҡаларҙың хәлен аңлайҙыр ул...
Ҡасандыр Мират һауалы, эре ине, кешеләрҙән үҙен күпкә юғары ҡуйыр булды. Хәҙер меҫкендәрҙән-меҫкен байғош булып ҡалды шул...
...Сираттағы төшөндә ҡатыны менән улын күрҙе. Шундай йәш, һоҡланғыс матурҙар. Ҡатыны тере сағында былай гүзәл булмағандыр... Ялтырап торған ап-аҡ кейем кейгәндәр, ҡатыны Ҡөрьән тотҡан, уға:
– Тәүбәгә кил, исмаһам, ғүмереңдә тәүге тапҡыр булһа ла изгелек ҡылырға ашыҡ... – тип әйтеүе булды, йоҡоһонан да уянды.
Ванналағы көҙгөлә үҙенең сағылышын күреп, Мират ҡурҡып китте. Бите шешенгән, күҙҙәре ҡыҫылған, ҡасандыр бөҙрә сәстәре ҡойолоп, башы яртылаш пеләшкә әйләнгән. Бигерәк йәмһеҙ, имәнес булып ҡалған икән дә баһа!
Үткән аҙнала булған ваҡиға иҫенә төштө. Күңелһеҙ уйҙарына батып, подъезд төбөндәге эскәмйәлә ултырғанында янынан бала етәкләгән ҡатын үтеп бара ине.
– Әсәй, мин бабайҙан ҡурҡам! – тип ҡысҡырып илай башланы малай.
«Мират, шулай итеп һин дә балалар өркөтә торған бапаҡҡа әйләндең. Кешелектән сыҡтың тамам», – тигән күңелһеҙ һығымтаға килде ир, йөрәге әрнеп сәнсеп ҡуйҙы...
Ентекләп йыуынып-ҡырынып, үҙен тәртипкә килтергәс кенә мәсеткә китте. Иман йортоноң икенсе ҡатында оҙаҡ ултырҙы ул. Хәҙрәт шундай моңло, тетрәндергес тауыш менән Ҡөрьән сүрәләрен уҡый. Күҙҙәрен йомоп оҙаҡ ултырҙы, йәштәре биттәре буйлап аҡты ла аҡты уның... Әллә бер сәғәт үтте, әллә бер тәүлек, күпме ваҡыт ултырғанын иҫләмәне, нисектер ваҡыт туҡтап ҡалған кеүек булды...
Мират сүрәләр яҙылған диск һатып алды, алып ҡайтып өйөндә тыңланы, тыныс күңел менән тыңлай алмай ине ул – илай башлай, барлыҡ ҡайғы-хәсрәте күҙ йәштәре менән йыуылған кеүек тойола. Күңеле бушап, йылдар буйы йыйылған юшҡыны юйыла һымаҡ. Бер туҡтауһыҙ аҡҡан йәштәр ваҡытлыса булһа ла йән әрнеүен баҫа кеүек... Аҙаҡ тынысланып йоҡлап китә, хәҙер, ниһайәт, мәрхүмдәр төшөнә инмәй башланы. Әллә уны йәлләп ҡабат борсомаҫҡа булдылар...
Мәсеткә сираттағы барыуында теҙләнеп барлыҡ гонаһын һанап сыҡты, ярлыҡауҙы үтенеп-ялбарып һораны. Мәрхүмдәрҙең рух- шәрифтәренә доға ҡылдырҙы, шул көндән эсеүен ташланы. Шайтан һыуынан айырылыуы бигерәк ауыр, ҡыйын ине, түҙергә тырышты ир. Мират «Ғофран» мәсетендә Мәликә исемле ҡатын менән танышты, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Яҙмыштары оҡшаш икән уларҙың. Тормоштоң барлыҡ әсе- сөсөһөн татыған, ирен, ике балаһын ерләгән Мәликә уның хәлен бик яҡшы аңланы. Ҡайғыны етерлек күрһә лә, ул алсаҡ, иғтибарлы, тыныс, сабыр күренде.
– Аллаһы Тәғәлә ҡолдарына тик улар күтәрә алырҙай һынауҙарҙы ғына ебәрә. Сабыр итегеҙ, сүрәләр уҡығыҙ. Доғалар ғына йәшәүгә көс бирә, мин дә яңғыҙ ҡалдым бит. Хәлегеҙҙе аңлайым. Һеҙ ҙә дингә килергә тырышығыҙ, – тип кәңәш бирҙе ҡатын.
Берҙән-бер көндө Мират та намаҙға баҫты. Мәрхүмә ҡатынының ауылында мәсет һалдырҙы.
Фатирында йәшәргә теләмәне, ҡала ситендәге өйөнә күсте. Тәбиғәткә яҡыныраҡ булғанғамы, шәхси йортта саҡ ҡына тынысыраҡ тойолдо. Мәликәне ярҙамсы итеп саҡырҙы, бер нисә айҙан улар никахлашып, бергә йәшәй башланы. Ҡатынының йыйыштырыусы булып эшләүе лә мөһим түгел, Мираттың түрә сағындағы һауалығы юҡҡа сығып, баҫалҡы ҡәҙимле кешегә әйләнде.
.... Наиләнең улы тыуҙы, малайға ете ай булғанда етди сире барлығы асыҡланды. Йәш ҡатындың ауырлы сағындағы кисерештәре эҙһеҙ үтмәне. Айҙар буйына дауаханаларҙа ятырға тура килде уларға. Иңенә төшкән һынауҙарҙы иламай-һыҡтамай, иҫ киткес сабырлыҡ менән үткәрә белде ул. Сираттағы операцияны Германияла үткәрергә тәҡдим иттеләр. Тик тиҙ арала ҙур суммала аҡса йыйырға кәрәк ине. Йәш ғаилә хәленән килгәнсә аҡса табырға тырышты, тик был ғына етмәй шул... Ярҙам һорап, мәрхәмәтлек фондына мөрәжәғәт иттеләр.
Кескәй Азат тураһында тапшырыуҙы Мират та күрҙе, Наиләне танығас, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Үҙен ғәйепле һиҙҙе ул. Фәрештәләй ҡыҙҙы рәнйетте, тик үҙенә лә ҡайғыны артығы менән күрергә тура килде...
Мират сабыйға ярҙам итергә ҡарар итте, банк реквизиттарын алып аҡса күсерҙе.
Шул төндө тәүге тапҡыр шундай тыныс йоҡланы, матур төштәр генә күрҙе ир...
Тамсы тама-тама күл хасил була. Сабыйға кәрәкле сумма йыйылды, күптәр хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырышты, аҡсаларын йәлләмәне. Шулай ҙа байтаҡ өлөштө Мират Сабирович күсергәйне. Операция уңышлы үтте, Наилә доғаларында матди ярҙам күрһәтеүселәргә иҫәнлек- һаулыҡ, бәрәкәт теләне. Иманлы ҡатын балаҡайына эскерһеҙ, изге күңелле йомарт кешеләр генә ярҙам иткән, тип уйланы.
Фәриҙә.