Ауылдағы бер өлкән инәй әсәйҙе был икәүҙе ҡарғарға өйрәтә. Әбей өйрәткән ваҡытта әсәй сәстәрен туҙыратып ултырып тегеләрҙе оҙаҡ итеп ҡарғай. Үҙе лә ошо хәлдән һуң оҙаҡ ҡына хәлһеҙләнеп, ауырып йөрөй. Тиҙҙән атайым эсә башлай. Ул ваҡытта эскән кешеләр һирәк-һаяҡ булғас, был барыһы өсөн дә ҡурҡыныс хәл була. Яҙғы ташҡын ваҡытында иҫерек атайыбыҙ йылғаға батып үлә. Уның йәш ҡатыны ауырлы була. Тик сабыйы үле тыуа. Уларҙың ҡайғыһы әсәйгә шатлыҡ килтермәй шул. Ул да үҙенең көндән-көн хәлһеҙләнеүен тоя. Үлер сиккә еткәс, көслө бер муллаға бара. “Эй, ҡыҙым, ниңә Аллаһы Тәғәләнән аша төшөп, үҙең кемгәлер яза бирергә маташтың? Ундай саҡта Хоҙайға һыйынып, доғалар уҡырға кәрәк. Хаҡ Тәғәлә һине ишетер, ярҙамын ебәрер ине. Ә ҡарғышыңдың ҡара һүҙҙәре үҙеңә әйләнеп ҡайтҡан бит. Тәүбәгә кил, Хоҙай Тәғәләнән ярлыҡау һора. Мин һиңә бер нисек тә ярҙам итә алмайым. Әҙәм балалары һүҙҙең ниндәй көскә эйә икәнлеген онотто. Ауыҙыңдан сыҡҡан һәр яман һүҙең өсөн яуап бирергә тура киләсәк”, – ти ул.
Әсәйем ошонан һуң иман юлында булды. Күрше ҡатындан ғәфү лә үтенде, шикелле. Тик асыуын ауыҙлыҡлай алмай, ҡарғау юлына баҫҡаны өсөн үҙен ғәфү итә алманы.