Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
14 Октябрь 2019, 11:30

“Эй әттә генәһе, Фәрзәнә бит әле исемең!”

Әүәлерәк замандарҙа, ауылдар араһында автобустар йүнләп йөрөмәгән ваҡытта булған был хәл.

Абдрахман исемле ирҙе Баймаҡҡа хәрби комиссариатҡа саҡырталар. Күптән ғаиләле, бала-сағалы булып, колхозда эшләп йөрөһә лә, табылғандыр инде бер сәбәбе.


Комиссариат хеҙмәткәре исем-шәрифен, тыуған йылын, ерен һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе ентекләп һораша торғас, ғаилә хәленә килеп етә. “Ҡатыныңдың исеме кем?” тип һорауға Абдрахман ҡапыл албарғып ҡала, хәләл ефетенең исемен иҫләй алмай ҙа ҡуя. Ыуалана, аптырана, әммә иҫенә төшмәй бит! Майор көлөп, “Бар иҫләп кил” тип ҡайтарып ебәрә.


Оло юлға сығып, үткенсе машинаға эләгеп, ҡайһы урында йәйәү тәпәйләп тигәндәй кискә генә ҡайтып инә. Ауылға ингәс, әшнәһе осрап, аҙыраҡ ҡыҙмаса булып алалар. Абдрахман ҡайтыуға ғаиләһе ишекте бикләп өлгөргән була.


Ишек дөмбөрләтеүгә, эстән ҡатыны:


– Кем унда? – тип һорай.


– Фәрзәнә, ас ишекте! – тей ҙә ҡапыл терт итеп ҡала ир: “Эй әттә генәһе, Фәрзәнә бит әле исемең!..”
Читайте нас: