Тик әсәйем был юлы ла миңә ышанманы. Ә бер аҙнанан һуң өләсәйем үлде. Биш йыл үткәс, төнөн һауа кәмегәндән сәсәп уянып киттем. Был ҡара кейемдәге ир минең баш осомда ғына тора, ә һыуыҡ ҡулы менән минең йөрәгемә баҫа ине. Бер аҙнанан әсәйебеҙҙе юғалттыҡ. Был ҡайғынан оҙаҡ арына алманыҡ. Мин ошо ҡара кейемдәге ир миңә күренмәһен өсөн нимә эшләргә тип, төрлө экстрасенстарҙы йөрөп сыҡтым..
Кемдәрҙер мине күҙемә ҡарап алданы, икенселәре: “Һин уның менән бер нәмә лә эшләй алмайһың. Ул һиңә үҙенә күрә бер иҫкәртеү булып килә. Нәҡ ул ҡайғы алып килә тип әйтеп булмай – был ҡара кейемдәге ир буласаҡ ҡайғылы көндәрең хаҡында ғына белдерә”, – тине. Яңы йылдан һуң тағы уны күрҙем. Ул карауатым янында миңә текләп ҡарап торғандан уянып киттем. Иң яҡын кешеләремдән атайым һәм ирем ҡалды. Нимә эшләргә миңә?! Йоҡоно ла, ашауҙы ла оноттом. Мәсеткә барып ҡына күңел тыныслығы табам. Башҡортостан гәзитенән.