Эңер төшкәс егет машинаһының ишеген аса ла: “Әйҙә, ултыр, кире киттек өйөңә”, – тип әйтә. Әлбиттә, быларҙың барыһына ышанып та етмәй, әммә йоҡоһоҙ төндәрҙән һуң ул барыһына ла әҙер була. Артабан ишекте ипләп кенә яба ла, Ҡыҙылъяр буйына китә. Машинаһын асып: “Төш, килеп еттек”, – ти.
Егет ҡурҡа-ҡурҡа йоҡларға ята. Һәм ысынлап та башҡа һаташмай, тынысланып ҡала. Егет мулланың һүҙен тотоп башҡа бер ҡасан да эңер төшкәс йылға-күл буйҙарында йөрөмәй. Был мәлдә ауырыу ҡаҡығыуы, төрлө ен-пәрейҙәрҙең көсәйгән сағы була шул. Һаҡмар гәзитенән.