Бөтә яңылыҡтар
Саралар
31 Март 2021, 10:00

Республикала Асҡын Мәҙәниәт һарайы Бөтә донъя фольклориадаһы майҙансыҡтарының береһе булырға тейеш

2021 йылдың июлендә Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы уҙғарыла, шуға тиклем Асҡын мәҙәниәт һарайы төҙөкләндерелергә һәм саралар уҙғарыу өсөн төп майҙансыҡтарҙың береһе булырға тейеш. Республика етәксеһе Радий Хәбиров шишәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ремонтты тамамларға ҡушты.

«Асҡын районында ҙур Мәҙәниәт һарайы оҙаҡ йылдар эшһеҙ торҙо. Күмәк көс менән төп эштәр башҡарылды.Унда аҙыраҡ аҡса етмәй. Фольклориадаға эшләп бөтөрөргә кәрәк, финанслау мәсьәләһен ҡуйығыҙ», — тине Радий Хәбиров, хөкүмәт вице-премьеры Рәйеф Әбдрәхимовҡа, финанс министры Лира Иғтисамоваға һәм мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға мөрәжәғәт итеп.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе ваҡытһыҙ вафат булған Асҡын районы башлығы Ришат Дихин менән хушлашыу өсөн Асҡын районына барҙы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: