Бөтә яңылыҡтар
Саралар
29 Март 2021, 12:50

Буласаҡ табиптарға - эш перспективалары тураһында

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов ошо көндәрҙә Өфөлә Стәрлебаш районынан Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыған студенттар менән осрашты. Буласаҡ табиптар менән әңгәмәлә шулай уҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ф.Ә.Шаһисолтанов һәм Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы баш табибы Ф.К.Хәбибуллин ҡатнашты.

Дуҫтарса осрашыуҙа Рөстәм Камил улы студенттарға тыуған районда һуңғы ваҡытта ирешелгән һөҙөмтәләр тураһында һөйләне. Баш табип Фидаил Камил улы үҙәк район дауаханаһына иң кәрәкле белгестәр тураһында мәғлүмәт бирҙе. Уҙған йыл дауаханаға медицина юғары уҡыу йорттарын тамамлаған дүрт белгес ҡайтҡан.
- Беҙҙең университетта таныш йөҙҙәрҙе күреү һөйөнөслө булды. Киләсәктә ниндәй үҙгәрештәр булырын белдек. Беҙгә, диплом алғандан һуң тыуған районға ҡайтҡан йәш белгестәргә күрһәтеләсәк ярҙам тураһында һөйләнеләр, - тип уртаҡлашты беҙҙең менән педиатрия факультетының 5 курс студенты Әлфиә Ишбулдина.
- Бындай осрашыуҙа мин тәүге тапҡыр, тыуған районымда мине эшкә көтөүҙәре ыңғай тәьҫораттар тыуҙырҙы. Был бик мөһим. Йәй көнө мин үҙәк район дауаханаһында практика үтергә йыйынам, - ти дауалау факультетының 1 курс студенты Алина Тайғонова.
Бөгөн улар - медицина университеты студенттары, ә иртәгә халыҡтың сәләмәтлеге һәм йөҙҙәрсә кеше ғүмере уларҙың ҡулында буласаҡ.
Үҙ хәбәрсебеҙ. Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: