Бөтә яңылыҡтар
Саралар
26 Март 2021, 12:45

Исемдәре быуаттарҙан-быуаттарға күсә

Өфөлә “Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары” биографик белешмәһенең исем туйы үтте.

“Йыйынтыҡта минең олатайым тураһында ла мәғлүмәт бар. Оло ғорурлыҡ менән уҡыным”, - ти Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Камилә Яҡупова.
Ҡаһарман ата-бабаларыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Шайморатовсыларҙың батырлығын мәңгелләштереү беҙҙең изге бурысыбыҙ тигән фекерҙә Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Китап һатыуға сығарылмай. Уны китапханаларға таратыу планлаштырыла. Йыйынтыҡтың исем туйы республиканың ҡала һәм райондарында ла үткәрелә.
Яңылыҡтарҙан. Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: