Бөтә яңылыҡтар
Саралар
23 Март 2021, 09:05

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Бирешмә» беренсе үҫмерҙәр премияһын тапшырыу тантанаһы үтте

«Тамыр» телеканалы тарафынан ойошторолған проект быйыл өсөнсө тапҡыр тормошҡа ашырылды. Сираттағы сарала ете төр номинацияға барлығы 400-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Баһалама ағзалары һәр эште ентекле ҡарап сыҡҡандан һуң, лайыҡлыларын билдәләне.

«Бирешмә» премияһы еңеүселәрен Голливуд йондоҙондай алҡышланылар. Ҡыҙыл келәмдән атлаусы Юлдаш Мусин Баймаҡ районынан. Шиғыр яҙыу менән мауыҡҡан үҫмер киләсәктә яҡты эҙ ҡалдырыу хыялы менән яна. Бөгөн уның төплө нигеҙе лә бар. Бик күп әҫәрҙәре ваҡытлы матбуғат биттәрендә баҫтырылған. Юлдаш «Бирешмә. Ижад ит» номинацияһына лайыҡ булды. Ә «Бирешмә. Көслө бул» номинацияһына Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Карина Сәғитова еңеүсе тип табылды. Етенсе класс уҡыусыһы каратэ буйынса уңыш ҡаҙанған.
Шулай уҡ, еңеүселәр араһында робототехника конкурсында ҡатнашып түгел, ә үҙ эшен булдырыусылар ҙа билдәләнде. Бөрйән районынан Ирхан Үтәбаев мәҫәлән, картуф йыйыу машинаһын уйлап тапҡан. Ғөмүмән, проект ҡатнашыусыларының һәммәһе лә төрлө өлкәлә уңышҡа ирешкән.
«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы тарафынан тормошҡа ашырылған проектҡа барлығы 405 ғариза ҡабул ителгән. Ә номинация етәү генә. Шуға ла баһалама ағзаларына еңеүселәрҙе һайлау еңелдән бирелмәне. Төрлө конкурс-сараларҙа ҡатнашыусыларҙан бигерәк, үҙ мөмкинлектәрен һынаусыларға иғтибар бүленде.
«Бирешмә» беренсе үҫмерҙәр премияһын тапшырыу сиктәрендә, телевизор ҡараусылар араһында викторина уйындары ла үткәрелде. Һорауҙар республика тормошона, айырым шәхестәргә ҡағылды. Өлгөрҙәр иҫтәлекле бүләктәр отто.
https://bash.news/bash/news/147475-bashkortostan-yuldash-televideniekhynda-bireshme-berense-ucmerzer-premiyakhyn-tapshyryu-tantanakhy-utte
Читайте нас: