Саралар
21 Марта 2021, 16:10

Табылды ауылы халҡы ла Науруз байрамын билдәләне

Бөгөн Табылды ауылы ла шаулап гөрләп Науруз байрамын ҡаршы алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрамға эшләнмәгән эштәрем ҡалманымы икән тип Ҡыш бабай,Наурузбикәне байрамға килтергеһе килмәйенсә йәшереп киткән Убырлы ҡарсыҡ, һәм әлбиттә, байрам хужабикәһе-Наурузбикә килде.Байрамға килеүселәр менән Наурузбикә төрлө бәйгеләрҙә ярышып, халыҡ уйындарын уйнап күңел асты. Яҙһылыу-Наурузбикә күстәнәскә алып килгән тәмле ҡоймаҡты һәр кем изге теләктәр теләп ауыҙ итте.Байрамды матур итеп ҡаршы алған табылдыларға киләһе миҙгелдәрҙә лә һис шикһеҙ уңыштар йылмайһын!
Читайте нас