Байрамға тотош коллектив һәм тәрбиәләнеүселәребеҙҙең ата-әсәләренең әүҙем ярҙамы менән әҙерләндек, бының өсөн уларға ҙур рәхмәт. Һәр ризыҡ ҙур фантазия менән әҙерләнде. Ҡоймаҡтарҙың ниндәйе генә юҡ ине: ҙурҙары ла, бәләкәйҙәре лә, ҡояш, йөрәк, рауза, төрлө хайуандар формаһында ла булды. Беҙҙең өҫтәлдә шулай уҡ күпереп бешкән икмәк, бауырһаҡ, сәк-сәк, бауыр һәм ҡабаҡ торты, төрлө үлән сәйҙәре һәм башҡалар бар ине. Беҙ ҡунаҡтарҙы таҡмаҡтар менән сәйгә саҡырҙыҡ, улар менән уйындар уйнаныҡ, йолаларыбыҙ тураһында һөйләнек. Атап әйткәндә, ҡоймаҡ был байрамда ҡояшты кәүҙәләндерә. Ул ҡышты оҙатыу символы булып тора.
Бындай сарала беҙ беренсе тапҡыр ҡатнашыуыбыҙға ҡарамаҫтан, лайыҡлы сығыш яһаныҡ - беҙҙең коллектив «Колоритлы байрам композицияһы өсөн» номинацияһында Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Шулай ҙа яҙғы кәйеф, күңелле аралашыу һәм уйын-көлкө беҙҙең өсөн иң ҙур бүләк булды.