Бөтә яңылыҡтар
Саралар
19 Март 2021, 11:10

Ағинәйҙәр Балан байрамына йыйылды

Ошо аҙнала Стәрлетамаҡ ҡалаһы ағинәйҙәре Балан байрамы ойошторҙо.

Белеүебеҙсә, балан ешеме бик файҙалы. Унан әҙерләгән ризыҡтар ҙа ни тиклем тәмле. Элек-электән ҡатын-ҡыҙҙар балан образы аша күңелендәге шатлыҡ - көйөнөстәрен асып һалған, йырҙар сығарған. Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре балан тураһында бик күп мәғлүмәттәр туплап, баландан төрлө-төрлө аш-һыу әҙерләп ҡунаҡтар һыйланы, тип уртаҡлашты тәьҫораттары менән ошо сарала ҡатнашыусылар. Әйткәндәй, сарала Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Ишембай, Федоровка, Мәләүез һәм беҙҙең район ағинәйҙәре ҡатнашты.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: