Бөтә яңылыҡтар
Саралар
16 Март 2021, 09:45

Ҡышты оҙаттылар, ҡунаҡтарҙы ҡоймаҡ менән һыйланылар

Масленица - славян халыҡтарының борондан билдәләнгән байрамы. Ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу йолаһы ете көн дауамында үткәрелә.

Масленица байрамын стәрлебаштар ҙа киң ҡолас менән күңелле итеп үткәрҙе. Традиция буйынса, унда район үҙәгенең күп кенә хеҙмәт коллективтары вәкилдәре ҡатнашты. Иртәнге сәғәт ун берҙә район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанды танырлыҡ түгел ине. Бында урынлаштырылған өҫтәлдәргә төрлө-төрлө ризыҡтар ҡуйылған, ҡарап туйғыһыҙ! Уңған хужабикәләр ниндәй генә ҡоймаҡ, торт һәм ләүәштәр бешермәгән. Биҙәкле, йоҡа, ҡалын, ғәҙәти һәм төрлө төҫтә, эсенә ҡайнатма, джем, икра, бауыр һәм... креветкалар төрөлгән. Ҡоймаҡтар тауы, сибәркәй Барби өсөн ҡоймаҡтарҙан итәк, ҡоймаҡтарҙан яһалған күбәләктәр, төрөлгәндәре һәм башҡа төрлөләре! Ҡоймаҡтарҙан яһалған ҡояш, был ғына ла түгел, төрлө бауырһаҡтар, рулеттар, хуш еҫле үлән сәйҙәре, 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе вәкилдәре шунда уҡ майҙанда бешергән яңы ғына табанан төшкән ҡоймаҡтар, туңдырылған еләк-емеш һәм йәшелсәләр – барыһын да һанап бөтөрлөк түгел!
Быларға өҫтәп, яһалма мейес, шамаҡайҙар, сарафан кейгән ҡыҙҙар, Яҙға урынын бирергә теләмәгән Ҡыш – былар барыһы ла байрамда булды һәм, әлбиттә, күңелле йырҙар, бейеүҙәр, таҡмаҡтар менән оҙатылды!
Сараға килеүселәрҙең барыһын да Первомайский балалар баҡсаһынан күңелле ҡырҡтартмасы Виталий Николаев шаян таҡмаҡтар менән ҡаршы алды һәм ҡаластар менән һыйланы. Конкурста ҡатнашыусыларҙың әҙерлеген жюри баһаланы. Хеҙмәт коллективтары вәкилдәренә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү, үҙенең табынын тәҡдим итеү, шулай уҡ ҡарасҡыны тасуирлап күрһәтеү зарур ине. Өс балалар баҡсаһы, 2-се, коррекция мәктәптәре, ветлечебница, Балалар ижад йорто, биләмә-ара китапхана, коллективтары жюри ағзалары һәм ҡунаҡтарҙы таҡмаҡтар менән ҡаршы алды, уларҙы тәмле ҡоймаҡ һәм хуш еҫле сәй менән һыйланы. Жюриға еңеүселәрҙе һайлап алыу еңелдән булманы.
Ошонда уҡ Мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары әҙерләгән күңелле тамаша йәйелдерелде.
Иң яҡшыларҙы билдәләгәнсе йыйылыусылар концерт номерҙары ҡараны, ҡайһы берәүҙәре хатта өшөмәҫ өсөн бейергә төштө. Байрамға килеүселәрҙең барыһы ла рәхәтләнеп күңел асты, тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Ә өҫтәл әҙерләүселәр түбәндәге номинацияларҙа бүләкләнде. «Ҡоймаҡтар тауы», «Сәләмәтлек өҫтәле» (Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына ҡарата), «Иң биҙәкле ҡоймаҡ», «Ҡоймаҡтарҙан яһалған үҙенсәлекле ризыҡ», «Ҡоймаҡ рекорды».
Әлеге сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә быйылғы йыл туҡлыҡлы һәм яҡшы булыр тигән һөҙөмтә яһарға мөмкин. Ҡыш үҙ хоҡуҡтарын тиҙерәк яҙға тапшырһын һәм яҙ үҙенең йылы нурҙарын кешеләргә бүләк итһен. Яҙ ҡояшлы көндәр менән генә түгел, мул уңыш та алып килһен. Келәттәребеҙ тулы булһа, тормошобоҙ ҙа яҡшы булыр!
Рәйсә Мусина. Р.йәғәфәров фотоһы.
Читайте нас: