Бөтә яңылыҡтар
Саралар
16 Февраль 2021, 11:30

Афғанстан һәр ваҡыт беҙҙең хәтерҙә

1989 йылдың 15 февралендә илебеҙ тарихындағы иң фажиғәле биттәрҙең береһе артта ҡала. Был көндө Совет ғәскәрҙәре подразделениелары тулыһынса Афғанстан территорияһынан сығарыла. Алдан иҫкәртелмәй (йәшерен) башланған һәм ун йыл дауам иткән сит илдәге һуғыш шулай тамамлана.

Изге традицияға ярашлы, беҙҙең районда ла был датаны тантаналы билдәләнеләр. Сара митингтан һәм Локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар стелаһына веноктар, тере сәскәләр һалыуҙан башланды. Унда район хакимиәте башлығы Р.К.Рахманғолов һәм уның урынбаҫарҙары, БР Миәкә һәм Стәрлебаш райондары хәрби комиссары Р.А.Латипов, яугир-интернационалистар, «чернобылсылар», Афғанстан һәм Чечняла һәләк булған һалдаттарҙың туғандары, армияға алыныусылар, район үҙәгенең башланғыс мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Улар йәш ғүмерҙәрен Ватаны именлеге хаҡына биргән һалдаттарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды (һүрәттә).
Һуңынан сара район Мәҙәниәт йортонда дауам итте. Унда өлкән класс уҡыусылары һәм урындағы колледж студенттары менән осрашыу ойошторолдо. Хәрби комиссариат, полиция һәм үҙәк район дауаханаһы вәкилдәре уларға хәрби бурыстары һәм хәрби иҫәпкә беренсе тапҡыр тороу, хәрби хеҙмәттән ҡасып ҡалған осраҡта граждандарҙың яуапҡа тарттырылыуы тураһында һөйләне. Элекке яугирҙәр хеҙмәттәре тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Тантана Советтар Союзы Геройы, комсомолка Зоя Космодемьянскаяның батырлығына бағышланған «Зоя» нәфис фильмын ҡарау менән тамамланды.
Рәйсә Мусина. Р.Йәғәфәров фотоһы.
Читайте нас: