Бөтә яңылыҡтар
Саралар
30 Декабрь 2020, 23:05

Байрамда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡатнашты

29 декабрҙә Күндерәк ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре ауылдаштары өсөнЯңы йыл байрамына матур сара ойошторҙо.

Ауыл клубы алдындағы майҙанда Яңы йыл байрамына матур шыршы биҙәлгән. Сараға йыйылыусыларҙы Күндерәк ауыл хакимиәте башлығы Юлай Байғужин ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Артабан ул Зауыҡлы биләмәләр йылында әүҙемлек күрһәткән ауылдаштарына Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Сара күңелле уйындар, йыр-моң һәм дәртле бейеүҙәр менән дауам итте.Әлбиттә, Яңы йыл байрамына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килде. Улар матур бәйгеләр ойоштороп, сарала ҡатнашыусыларға байрам кәйефе бүләк итте.
Фото социаль селтәрҙән.
Читайте нас: