Бөтә яңылыҡтар
Саралар
14 Декабрь 2020, 14:20

Башҡортостанда быйыл пандемия арҡаһында балалар өсөн республика шыршыһы уҙғарылмай

Башҡортостанда быйыл коронавирус пандемияһы арҡаһында балалар өсөн республика шыршыһы булмай.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ошо хаҡта белдерҙе. Төп яңы йыл иртәлегенә башлыса уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм спорт ярыштары еңеүселәре, фестиваль лауреаттары, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, ишле аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар, инвалид балалар – бөтәһе 800-ләгән бала саҡырыла торғайны. Уның урынына байрамда ҡатнашырға тейеш булғандарҙың барыһына ла республика Башлығы исеменән яңы йыл бүләктәре таратыла. 28 һәм 29 декабрҙә республикала балалар өсөн тышта театрлаштырылған иртәлектәр һәм Ҡыш бабай, әкиәт геройҙары менән яңы йыл уйындары ойошторола. Шулай уҡ яңы йыл каникулдары осоронда муниципалитеттарға Яңы йыл ғаилә уйындары-2021 уҙғарырға тәҡдим ителде. Социаль приюттарҙа яңы йыл тамашалары сит кешеләрҙе саҡырмайынса ғаилә төркөмдәрендә генә ойошторола, ә балаларға яңы йыл ҡотлауҙарының яҙмаһы күрһәтелә. Ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға 16 меңдән ашыу бүләк һатып алынған. Ғаиләләр уларҙы халыҡҡа социаль ярҙам үҙәктәре һәм «Ғаилә» үҙәктәре аша алырға мөмкин. Быйыл инвалид балалар саҡырылған Аксаков шыршыһы ла булмай. Улар өсөн шәхси ҡотлауҙар ойошторола. Ҡарттар йортонда йәшәгәндәрҙе лә Яңы йыл менән күп кешене йәлеп итмәйенсә ҡотларға йыйыналар. Әйтәйек, «Минең ҡәҙерле ҡарттарым» ойошмаһы 18 интернат өсөн учреждениеның тәҙрә ҡаршыһында Ҡыш бабай менән ҡотлауҙар ойоштора. «Республиканың социаль учреждениеларына 5,6 миллион һумға 9,5 мең яңы йыл бүләге тапшырылды», — тип өҫтәне Ленара Иванова. https://www.bashinform.ru/news/1534203-v-bashkirii-v-etom-godu-iz-za-pandemii-otmenena-glavnaya-respublikanskaya-yelka-dlya-detey-/
Читайте нас: