Бөтә яңылыҡтар
Саралар
12 Декабрь 2020, 11:43

Осрашыу йәнле аралашыуға ҡоролдо

Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында “Башҡорт теленең ҡиммәте нимәлә?” тип аталған матур сара үтте.

Ул республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылына, шулай уҡ 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә арналды. Йәшәйешебеҙгә үҙгәреш индергән хәл-торошто иҫәпкә алып, сара онлайн-алымда ойошторолдо. Әммә был йәнле аралашыуға, ижади мөхит тыуҙырыуға кәртә була алманы. Осрашыу Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың Ҡурайсылар союзы рәйесе Артур Ғайсаров башҡарыуында башҡорт халыҡ көйө “Урал” менән башланды. Иң тәүҙә ҡатнашыусыларға факультеттың деканы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Абдуллина һәм Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе. Артабан танылған әҙиптәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәнғәт оҫталары һүҙ алды. Шағирә Тамара Юлдашева, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, шағирә, журналист Гөлнара Хәлфетдинова, Башҡорт Википедияһы әүҙемсеһе Рөстәм Ғатауллин, М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Мәскәү ҡалаһының Башҡорт этно-мәҙәни клубы етәксеһе Ләйсән Әхмәҙуллина үҙ сығыштарында туған телебеҙ яҙмышына, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҡағылышлы көнүҙәк һорауҙарҙы күтәрҙе, үҙҙәренең фекерҙәрен һәм тәҡдимдәрен еткерҙе. Сарала шулай уҡ башҡорт әҙәбиәте һәм журналистикаһының үҫеше, интернет селтәрендәге проекттар, республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең йәшәйеше тураһында ла йәнле һөйләшеү булды. Осрашыу аҙағында Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары, “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары шиғри күстәнәстәре менән уртаҡлашты. Ойошманың кураторы, йәш шағир Алмас Шаммасов та фекерҙәре менән уртаҡлашты һәм үҙ шиғырҙарын уҡыны. Һис шикһеҙ, бындай осрашыуҙар, йәнле фекер алышыуҙар ике яҡ өсөн дә файҙалы. Ни өсөн тигәндә, йәштәр үҙҙәренә остаз булырлыҡ шәхестәрҙең фекерҙәрен ишетеү, башланғыс ижадтары менән таныштырыу мөмкинлегенә эйә булды, ә ҡунаҡтар эшмәкәрлек йүнәлештәре, бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте һәм журналистикаһы, социаль селтәрҙәге башҡорт контенты тураһында мәғлүмәт еткереп, уларға йүнәлеш бирҙе. Фото: Башҡорт дәүләт универмситетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты. "Башҡортостан" гәзите. Автор: Гөлдәр Яҡшығолов
Читайте нас: