Бөтә яңылыҡтар
Саралар
6 Ноябрь 2020, 21:00

Семинар милли матбуғатҡа арналды

Бөгөн ZOOM платформаһында “Милли матбуғат – Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен һәм телдәрен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә мөһим фактор” тип аталған практик семинар үтте. Уның эшендә Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто белгестәре, республика һәм район баҫмалары мөхәррирҙәре һәм журналистары ҡатнашты.

Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина “Эшлекле башҡорт теле” йыйынтығы менән таныштырып, уның журналистар өсөн дә әһәмиәтле әсбап булыуын билдәләне.
Филология фәндәре докторы, профессор Фәнил Тимерйән улы Күзбәков бөгөнгө матбуғатта аналитик мәҡәләләрҙең, публицистиканың тотҡан роле тураһында сығыш яһаны. “Баҫма матбуғат саралары өсөн беренсе планға аналитика сығырға тейеш, сөнки уларға башҡа мәғлүмәт каналдары менән оперативлыҡта ярышыу ауыр”, - тип билдәләне ул үҙенең сығышында һәм бөгөнгө башҡорт журналистикаһының Марсель Ҡотлоғәлләмов кеүек һәр донъяуи күренешкә үҙенең тос фекерен әйтә алған публицистарға мохтажлығына баҫым яһаны.
Филология фәндәре докторы, тел белгесе Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова гәзит-журналдарҙа осраған хаталарға, башҡорт әҙәби теленең үҙенсәлектәренә туҡталды.
“Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы” тигән төркөм хужабикәһе, башҡорт блогеры Альбина Фәйзуллина башҡорт телендә интернет-контент алып барыуҙың нескәлектәре менән таныштырҙы.
“Башинформ” агентлығынан Анастасия Белоусова сайттарға яңылыҡ эшләү, уларҙы “Яндекс. Яңылыҡтар” кимәленә сығарыу серҙәре менән уртаҡлашты.
Семинар онлайн-алымда ойошторолоуға ҡарамаҫтан, бик йәнле барҙы. Журналистар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, сығыш яһаусылар менән риза булмаған осраҡтарҙа үҙ фекерен белдерҙе, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе төрлө яҡтан ҡарап, уртаға һалып һөйләште.
Фото: Нәсих Хәлисов.
Гөлдәр Яҡшығолова
  • Читайте нас: