Иртә менән ауыл халҡы ҙур тирмә урынлаштырылған стадионға йыйылды. Ҡабыҡҡыуыш ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Земфира Ишембәтова йыйылыусыларҙы ауыл тарихы менән таныштырып үтте. Артабан район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм ауылдың үҙешмәкәр артистары көсө менән концерт күрһәтелде. Халыҡ йырҙары, дәртле бейеүҙәр һәм музыка ҡоралдарында уйындар тамашасылар күңеленә хуш килде. Һуңынан сараны ойоштороусылар - мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән мәктәп коллективы райондан килгән ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы милли аш-һыу һәм ҡайнар сәй менән һыйланы.
Көнө лә, теләгәнсә, ҡояшлы ине, шуға күрә сара мөхите лә байрамса булды. Физкультура уҡытыусыһы Илфаҡ Ишембәтов йәйәнән атыу буйынса мастер-класс күрһәтте. Тәү ҡарашҡа, бының бер ҡыйынлығы ла юҡ. Кереште тартаһың да атаһың. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе, малайҙар һәм ҡыҙҙар ғына түгел, хатта өлкәндәр ҙә традицион йәйәнән атып ҡараны. Улар бихисап ыңғай тәьҫораттар алды һәм үҙҙәре өсөн яңы спорт төрөн һынап ҡараны.
Байрам шәп үтте. Традицияларҙы яңыртҡан, халыҡтың мәҙәни мираҫын тергеҙеү һәм һаҡлауҙы пропагандалаған шундай сара киләсәктә лә дауам итер тип ышанабыҙ.