Бөтә яңылыҡтар
Саралар
23 Сентябрь 2020, 18:15

Башҡортостандан алты бала «Ҡайнар йөрәк» билдәһе менән бүләкләнде

Уларҙы республика буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин тәбрикләне.

Был награда быйыл Рәсәйҙә 185 кешегә тапшырыла, уларҙың етәүһенә үлгәндән һуң. «Ҡайнар йөрәк» йәмәғәт-дәүләт инициативаһы 2013 йылдан алып тормошҡа ашырыла, социаль проект сиктәрендә 23 йәшкә тиклемге балалар һәм йәштәр бүләкләнә.
Салауат районы Нәсибаш ауылынан Дауыт Әхмәтйәнов былтыр янғында ике баланы ҡотҡарған. Машинала китеп барғанда ул йәш ғаиләнең өйөндә ут сығыуын күреп ҡала. Егет юғалып ҡалмай, шунда уҡ ярҙамға йүгерә.
Яңылыҡтарҙан. Фото социаль селтәрҙән.
Читайте нас: