Бөтә яңылыҡтар
Саралар
21 Сентябрь 2020, 11:40

Арт-Квадратта Спутник-ФМ радиостанцияһы журналистары

Ете айға һуҙылған пандемия шарттарында үҙ тыңлаусылары менән тик эфир тулҡындары аша аралашҡан популяр алып барыусылар бөгөн күҙгә-күҙ ҡарап осрашты.

Осрашыуға килеүселәрҙе хатта, ямғырлы һалҡын һауа торошо ла ҡурҡытмаған. Сарала «Өфө тулҡыны» музыкаль конкурсының танылған артистары тыңлаусыларға заманса йырҙарын яңғыратты. Бынан тыш, алып барыусылар татлы күстәнәс – сәксәк тә әҙерләгән. Арт-квадратта үткән байрамға килеүсе радиотыңлаусылар араһында заманса техника ла уйнатылды.
Иң тәүге шарт лотореяла ҡатнашыусылар социаль селтәрҙәрҙә Спутник-ФМ каналына яҙылырға тейеш ине. Таһирбай, Лилиә Шакирова һәм Трофим Татарниковтан торған өс таған үҙ тыңлаусыларына онотолмаҫлыҡ һәм сағыу байрам кәйефе бүләк итте.
Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: