Саралар
4 Января 2020, 08:42

Ейәнсуралар сәләмәт тормош яҡлы!

Яңы йыл каникулдарын хәҙер байрам итеп түгел, ә әүҙем спорт менән үткәреү модала.

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы “Салауат” физкультура-һауыҡтырыу комплексынан кеше өҙөлмәй: көнөнә бер нисә күнекмә, ярыш үтеп кенә тора. 2 ғинуар көнө бында бильярд буйынса асыҡ район турниры ойошторолдо. Ҡатнашыусылар сәмләнеп ярышты, уйындан ҡәнәғәтлек тойғолары, каникулдарға етерлек дәрт алды. Бильярд - ул спорт ҡына түгел, ә тактик фекерләүҙе, етеҙлек һәм хәрәк координацияһын үҫтереүсе интеллектуаль уйын икәнлеге күптәргә билгеле.
Турнир һөҙөмтәһе буйынса урындар түбәндәгесә билдәләнде: 1 урын - Салауат Сәғитов, 2 урын – Риф Иҫәнсурин, 3 урын- Олег Дрондин. Гүзәл заттар араһынан берҙән бер ҡатнашыусы Лилиә Шәрипова иһә айырым билдәләнде. Ул ҡыйыулыҡ күрһәтеп, ирҙәр менән типә-тиң көс һынашты.
Фото район хакимиәте сайтынан алынды.
Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ey-nsuralar-s-l-m-t-tormosh-ya-li-62937/
Читайте нас