- Ауыл ир-уҙамандары берләшеп, балаларға Яңы йыл бүләге - хоккей майҙансығын файҙаланыуға тапшырҙы. Ошоға тиклем үҫмерҙәр ауыл эргәһендәге йылға һәм күл боҙо өҫтөндә сәкән һуҡһа, бөгөндән клуб янында махсус майҙансыҡта ярышасаҡ. Был көндө олоһо-кесеһе ауыл клубы янына ағылды, хоккей майҙансығын асыу тантанаһына бар ауыл биләмәмәһе саҡырылды. Сарала ҡатнашҡан һәр балаға, ҡунаҡҡа Ҡыш бабай мул күстәнәстәр әҙерләгән. Ҡыҙҙар, малайҙар уны төрлө һөнәрҙәре, ҡыҙыҡлы сығыштары менән һөйөндөрҙө. Түбәнге Иҙрис ауылында хоккей майҙансығы өс ай эсендә төҙөлгән. Уға халыҡ ҡарары менән ауылда колхоз заманынан ҡалған, ҡулланыуға яраҡһыҙ тип иҫәпләнгән ЗАВ тимерҙәре һатылып, тотонолдо, шулай уҡ Муллаҡай аулы эшҡыуары Латыпов Рәдиф 5 кубометр таҡта биреп ярҙам күрһәтте. Ауылда ошондай спорт майҙансығы асылыуы һөйөнөслө хәл. Элек балалар конькиҙа шыуырға ҡалаға катокка, йә булмаһа Һаҡмар буйына йөрөй торғайны, ә хәҙер барыһыла ауылда. Хоккей майҙансығы балаларҙың буш ваҡытын файҙалы һәм күңелле итеп ойошторорға, көндәрен саф һауала үткәргә булышлыҡ итәсәк. Ҙур итеп эшләнгән хоккей майҙансығында рәхәтләнеп ҡышын конькиҙа шыуырға, хоккей уйнарға, йәйен иһә футбол, волейбол ярыштары үткәрергә мөмкинлек буласаҡ. Хәрәкәттә - бәрәкәт, ти халыҡ. Ҡаланыҡылар көнләшерлек ошондай спорт майҙансығынан олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәҫ әле. Яңы йыл алдынан сафҡа ингән объект хоккей үҫешенә булышлыҡ итер тип көтөлә. Өс ай дауамында өмәләрҙә ихлас ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙ Мусин Артур, Сыңғыҙов Азамат, Йәнтүрин Айҙар, Йәнтүрин Илдус, Мусин Әнүәр, Йәнғолов Ғәфүр, Шәйәхмәтов Мораҙым, Йәғәфәров Риза, Йәғәфәров Заһир, Йәғәфәров Айбулат, Миҙәтғәлин Бүләкбай, Солтанов Йәмил, Сәфиуллин Тәлғәт, Сәфиуллин Йәүҙәт, Сәфиуллин Рөстәм, Муллағәләмов Ришат, Муллағәләмов Миндияр, Мәвлетдинов Юлдаш, Миҙәтғәлин Илнур, Миҙәтғәлин Хәйҙәр, Абрахманов Арслан һәм кемдәр килеп әҙме-күпме ярҙам иткән уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Фото: "Бәйләнештә"