Саралар
3 Января 2020, 10:07

Тырыш хеҙмәткә лайыҡлы баһа

Ғизәтуллин Альфред Ибраһим улы 2020 йылдың беренсе көнөндә үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләне. Стәрлебаш район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов уны ошо күркәм ғүмер байрамы уңайынан ихлас күңелдән тәбрикләне.

Альфред Ибраһим улы 25 йылдан ашыу Стәрлебаш районы халыҡ судьяһы булып эшләй. Судья эше бик яуаплы һәм көсөргәнешле һанала. Стәрлебаш район суды штатта ни бары 5 кеше генә була тороп йылына 120нән ашыу енәйәт һәм 250нән ашыу граждандар эшен тикшерә. Альфред Ғизәтуллин барлыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеге дауамында намыҫлы һәм тырышып эшләй, һәм бында уның тормош иптәше Наилә Ҡадир ҡыҙының (бөгөнгө көндә мәрхүм) өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Сөнки өйҙә һине эштән ҡайтыуыңды көтөп торһалар, яратһалар эшләүе лә яҡшыраҡ. Рөстәм Камил улы Альфред Ибраһим улының ҡаҙаныштарын, суд системаһында уның күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәтен иҫәпкә алып, Стәрлебаш районы хакимиәтенең Маҡтау грамотаһын тапшырып, һаулыҡ, именлек, күңел күтәренкелеге һәм бәхет теләне. Юбилейығыҙ менән, Альфред Ибрһим улы!
Фото: ВК-нан
Читайте нас