Саралар
3 Января 2020, 10:33

Сысҡан йылын ҡаршылап...

Уҙған йылдың 30 декабрендә Табылды ауылы мәҙәниәт йортонда Яңы йылға бағышланған байрам сараһы үтте. Табылдылар сысҡан йылын бик күңелле ҡаршы алды. Сара сусҡа йылына йомғаҡ яһауҙан башланып китте: унда иң матур өй конкурсына йомғаҡ яһалып, еңеүселәрҙе бүләкләү булды.

Артабан Табылды ауылының үҙешмәкәр артистары "Сысҡанханды ҡаршылау" исемле театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Артистар үҙ ролен бик оҫта башҡарҙы. Һуңынан ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар өлкәндәр менән балалар ҡатнашлығында байрам концертын ҡараны. Битлек таныу, лоторея, уйын-бәйге өлөшө лә булды. Уйнап, йырлап, бейеп, бүләктәр отоп шатланғандан һуң ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан артистарҙы тәбрикләү мәле етте.
Артабан сараға килеүселәр байрам дискотекаһында рәхәтләнеп бейеп, байрам сәйе эсеп, рәхмәттәр әйтеп, байрам кәйефе, ошо йылға етерлек дәрт-дарман алып таралышты. Ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Әлфира Дауытова ошо матур, ҙур байрамды үткәреүҙә бағыусылыҡ ярҙмы күрһәткән "Нур" агрофирмаһы” йәмғиәте етәксеһе Радик Рафаэль улы Яуышевҡа, район Мәҙәниәт йорто етәкселегенә, ауыл хакимиәт башлығы Юлай Йәүҙәт улына, шәхси эшҡыуар Ғазинур Мөслим улына, шулай уҡ байрамда ҡатнашҡандарҙың барыһына ҙур рәхмәт белдерҙе. Ошондай дәртле үҙешмәкәр артистар булғанда Табылды ауылы сәхнәһе гөрләйәсәк әле! Яңы йыл барыбыҙға ла яңы уңыштар, яңы бәхет һәм иң мөһиме - ныҡлы һаулыҡ килтерһен!
Фото: ВК-нан
Читайте нас