Райхана БУЛАТОВА: - Яңы йылда һәр кем ниндәйҙер мөғжизә көтә. Балалар бигерәк тә түҙемһеҙлек менән ҡышҡы каникулды көтөп ала. Билал ауылында йәшәүсе Сәғирә һәм Фәнил Кәримовтар туғандарының балалары өсөн матур байрам ойошторҙо. Балалар төрлө уйындар уйнап, бейеп, йырлап, Рафаэль ағай Ғайсин еккән атта йөрөп, Алина һәм Азамат Кәримовтар эшләгән һырғалаҡта эйеп күңел асты. Балалар, ата - әсәләр, олатай - өләсәйҙәр, Ҡыш бабай, Ҡарһылыуҙан бүләк алып ҡыуанды. Кәримовтарға ҙур рәхмәт! Егермегә яҡын балаға ысын мәғәнәһендә байрам, матур ял минуттары ойошторҙоғоҙ! Альбина САДЫҠОВА: "Йылды нисек башлайһың, шулай үткәрерһең,"- тигән әйтем йөрөй. Сәләмәт тормошто пропагандалау, ғаиләне берләштереү, ата-әсә һәм мәктәп араһында дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында бөгөн, 3 ғинуар көнө, Өмөтбай мәктәбендә "Күңелле старттар" тип исемләнгән спорт ярыштары үтте. Физкультура уҡытыусыһы Азамат Кәримов ойошторған был сарала барлығы 10 ғаилә ҡатнашты. Бүләковтар ҡыҙҙары Юлиә, Нурмөхәмәтовтар ҡыҙҙары Сәриә, Латыповтар улдары Динислам, Садыковтар ҡыҙҙары Ғәлиә, Ғаббасовтар ҡыҙҙары Айһылыу, Һағынбаевтар ҡыҙҙары Алтынай, Сәғәҙәтовтар һеңлеләре Зарина, Ғүмәровтар улдары Арслан һәм Ғүмәровтар улдары Айбулат менән килгән ине. Жюри ағзалары: башланғыс класс уҡытыусылары Рәзилә Дәүләтбаева һәм Миләүшә Лоҡманова 5 этаптан торған эстафетала һәр ғаиләнең айырым сығышын ҡарап, уларҙың ваҡыттарын теркәп барҙы. Һәр ярыш төрөнән һуң дөйөм таблицанан һөҙөмтәләрҙе ҡатнашыусылар үҙҙәре күҙәтә алды. "Йылан", "Пингвиндар", "Гимнастика", "Навигатор", «Каракатица» тип исемләнгән һәр бәйге төрө сәмле генә барҙы. Мәктәптең спорт залы уйынсыларҙы дәртләндергән көслө тауыштарға тулды. Шулай итеп, ярыш һөҙөмтәһе буйынса 1-се һәм 2-се кластар араһында беренсе урынға Латыповтар ғаиләһе сыҡты, артабанғы призлы урындарҙы Һағынбаевтар һәм Бүләковтар бүлеште. 3-сө һәм 4-се кластарҙан Сәғәҙәтовтар ғаиләһе алдынғылыҡты яуланы. Ошолай итеп уҡыусыларҙың ата-әсәйҙәре менән бер команда булып ярышыуҙары ҙур хуплауға лайыҡ. Байрам көндәрендә лә балалар күңелен уйлап, ваҡыт табып килгән ата-әсәйҙәргә афарин! Йорттарҙа артабан да шат балалар тауышы тынмаһын, мәктәптәр уҡыусыларҙың шатлыҡлы тауышынан гөрләп торһон! Фото: "Бәйләнештә" селтәренән