Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Облачно
Саралар
3 Января 2020, 14:20
Башҡорт теле йылы Шәйехзада Бабич юбилейы менән башланды
Быйыл башҡорт халҡының бөйөк улы, шиғриәт йондоҙо, республика азатлығы өсөн көрәшеүсе Бабичтың тыуыуына 125 йыл. Уны лайыҡлы билдәләү өсөн Республика Башлығы Радий Хәбиров махсус указ ҡабул итте.
Ошо айҡанлы, Яңы йыл байрамдары менән бер рәттән әҙәби саралар ҙа башланды. Кисә бер төркөм яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Бабич һәйкәленә сәскәләр һалып, шиғырҙар уҡып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылын асып ебәрҙе. Шағирҙың тыуған яғында- Дүртөйлө тыуған яҡты өйрәнеү музейында "Башҡорт шиғриәте тарихындағы исем" күргәҙмәһе асылды. Унда шәхестең тормошона, ижадына арналған документтар, фотоһүрәттәр, әҫәрҙәр тәҡдим ителгән.
Бындай әҙәби саралар республикала йыл дауамында ойоштороласаҡ.
Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-ort-tele-yili-Sh-yehzada-Babich-yubileyi-men-n-bashlandi-62185/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"