Бөтә яңылыҡтар
Саралар
23 Декабрь 2019, 16:10

Мөғжизәләр була

Көтмәгәндә илдең төп шыршыһына саҡырыу алған бишенсе класс уҡыусыһы Денис Шәрипов быға шәхсән инанған.

Әммә бәхетлеләр исемлегенә эләгеү еңел генә түгел шул. Денис уҡыуҙа яҡшы өлгәшкәне, фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегендә уңыштары һәм мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бындай бүләккә лайыҡ булған.Ул 2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә уҡый. Бөтә фәндәрҙән дә тик бишле билдәләренә өлгәшә, әммә иң яратҡан фәндәре - математика һәм тарих. Уның портфолиоһы йылдан-йыл яңы Грамоталар һәм Дипломдар менән тулылана. Денистың районда ғына түгел, республика кимәлендә лә һөҙөмтәләре бар.
- Улыбыҙ һайлап алыуҙы үтеп, беҙҙең республиканан делегаттар иҫәбенә инеүе тураһында хәбәр беҙҙең өсөн көтөлмәгән булды,-ти Денистың әсәһе Зөлфиә Мөхәмәт ҡыҙы. - Бик шатлыҡлы ваҡиға. Ул күптән Мәскәүҙе күрергә теләй ине. Уға оҡшар тип ышанам. Сөнки Кремель шыршыһына эләгеү - һәр баланың хыялы.
Илдең төп яңы йыл шыршыһында ҡатнашыуға сертификатты кисә Денис Шәриповҡа район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ф.Ә.Шаһисолтанов тапшырҙы.
Беҙҙең республиканан Төп шыршыла 114 бала ҡатнашасаҡ. Байрам тантанаһы Дәүләт Кремль һарайы фойеһында иртәгә, 25 декабрҙә, үтәсәк.
Денисҡа күңелле, онотолғоһоҙ Яңы йыл байрамы теләйбеҙ!
Үҙ хәбәрсебеҙ.
Фотолар Стәрлебаш район хакимиәте төркөмөнән алынды.
Читайте нас: