Бөтә яңылыҡтар
Саралар
20 Декабрь 2019, 14:05

Күмертауҙа ҡоролтайҙың сираттағы йыйылышы үтте

Сарала Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары статегик сессия һөҙөмтәләре менән танышты.

Унда Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары статегик сессия һөҙөмтәләре менән танышты.

Өфөлә ойошторолған стратегик семинар һөҙөмтәләре тураһында, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эшмәкәрлегендә асылған яңы формат тураһында, үткәрелгән сараларҙың әһәмиәте хаҡында ҡоролтай рәйесе Әлфиә Шәмиғолова бәйән итте.
"Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының ошондай ғәҙәти булмаған форматта үтеүе беҙҙең өсөн бик файҙалы булды", тине ул. "Район-ҡала ҡоролтайы рәйестәре бер-береһе менән яҡындан танышты, фекерҙәр алышты, үҙҙәренең проблемалары һәм уңыштары хаҡында әңгәмәләште."
Ҡоролтай ағзалары яңы маҡсаттар ҡуйҙы, киләһе йылға тәҡдимдәр индерҙе.
Шул уҡ темаға һөйләшеү башҡорт теле уҡытыусылар менән осрашыуҙа дауам итте, сөнки стратсессияла башҡорт теленә ҡағылышлы мәсьәләләр иң үҙәк тема булып торҙо.
Фото "Бәйләнештә" селтәренән алынды.
#курултай #Всемирныйкурултайбашкир #Кумертау
Читайте нас: