Бөтә яңылыҡтар
Саралар
17 Декабрь 2019, 13:40

Стәрлебаш районында Башҡорт теле көнөнә арналған бик матур саралар үтте.

Башҡортостанда «Туған һүҙгә 100 аҙым» акцияһына старт бирелде. Ул балаларҙы һәм йәштәрҙе туған телгә, туған әҙәбиәткә ылыҡтырыуға, киң йәмәғәтселек араһында республика яҙыусыларының ижадын популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Уның даирәһендә район биләмә-ара китапханаһында Башҡорт теле көнөнә бағышланған сара үтте. Унда район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов һәм уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Флүр Шаһисолтанов, шулай уҡ Өфө ҡунаҡтары - "Туған һүҙгә 100 аҙым" проекты авторы, журналист, шағир, тарихсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Фәнил Күзбәков, яҙыусы, журналист, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова, шағир, Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты Хисмәтулла Юлдашев, райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм милли телдәр һәм әҙәбиәт уҡытыусылары ҡатнашты.
Сараны филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы, райондың "Ағинәйҙәр" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Миңлехәнә Баһауетдинова алып барҙы.
Ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡунаҡсыл хужалар милли ризыҡ - бауырһаҡ һәм ҡымыҙ менән ҡаршыланы һәм осрашыу башланғансы китапхана буйлап ҙур булмаған экскурсия үткәрҙе. Уларҙы китаптар күргәҙмәһе, фотоальбомдар менән таныштырҙы.
- Һуңғы йылдарҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу кәмене, - тип билдәләне, сараны асып Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы. - Әммә яңы етәкселек килеү менән республикала милли телдәргә ҡыҙыҡһыныу тергеҙелә башланы. Был, әлбиттә, бик һөйөнөслө.
- Һәр тел үҙенсәлекле, - тип дауам итте ул. - Туған тел - әсә теле. Ул шулай уҡ кеше йәшәгән тәбиғәт менән дә бәйле. Был йәһәттән Башҡортостандың тәбиғәте үҙенсәлекле һәм бик матур. Башҡорт теле лә шундай уҡ матур, моңло, ихлас, беҙ уны киләһе быуын өсөн һаҡлап ҡалырға тейеш.
- Башҡорт, татар, рус, сыуаш йәки башҡа тел булһынмы, күп милләтле республикабыҙҙың бөтә телдәрен дә һаҡлап ҡалырға кәрәк, - тип дауам итте теманы Рөстәм Камил улы, ҡунаҡтарҙы һәм йыйылыусыларҙы сәләмләп. - Туған телдә һөйләшә белеү кешене ҙурлай. "Туған һүҙгә 100 аҙым" кеүек проекттар был йәһәттән ярҙамға килеүе һөйөнөслө. Бөгөн уның авторы беҙҙә ҡунаҡта булыуы ҡыуаныслы.
- Һеҙҙең район - республикала иң билдәле райондарҙың береһе, - тип билдәләне сығышында Фәнил Күзбәков. - Бында урынлашҡан мәҙрәсәләр халыҡҡа белем биргән. Туған телдәр генә түгел, бихисап фәндәр ҙә өйрәнелгән. Бай китапханаһы булған һәм уларҙың фондтары даими тулыландырылған. Бында бик күп шәкерттәр белем алып, артабан билдәле кешеләргә әүерелгән.
- Һәр кем үҙ тамырын белергә тейеш тип ышанам мин. Һеҙҙә үткәрелгән Шәжәрә һәм башҡа байрамдар ошоға булышлыҡ итә. Һеҙҙең ғорурланыр шәхестәрегеҙ бар. Үҙ тамырҙарығыҙ, ниндәй нәҫелдән булыуығыҙ тураһында тағы ла күберәк белер өсөн, һеҙгә "Юрматы" тип аталған китабымды бүләк итәм, тине ул китапы Рөстәм Рахманғоловҡа тапшырып, ә ул иһә, үҙ сиратында, уның менән күберәк кеше таныша алһын өсөн китапты китапханаға тапшырҙы.
Башҡа сығыш яһаусылар - Фәрзәнә Аҡбулатова, Хисмәтулла Юлдашев, Миңлехәнә Баһауетдинова, биләмә-ара китапханаһы директоры Рабиға Нәҙершина, мәғариф бүлеге методисы Миләүшә Ғәлиева, Ҡабыҡҡыуыш ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни хеҙмәткәре Раушания Һөйәрембәтова ла балаларҙы туған телдә уҡытырға, уларҙа ғаиләлә, шулай уҡ балалар баҡсаһында, мәктәптә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, һәм беҙҙә ошо мәсьәлә буйынса ниндәй аныҡ эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләне. Сарала Радмила Вилданова Зәйнәб Биишеваның "Башҡорт теле" шиғырын күңелгә үтеп инерлек итеп уҡыны. Регина Ғәлиева йыр башҡарҙы, Ильяс Собханғолов халыҡ әкиәтен һөйләп ишеттерҙе.
Һәр халыҡ үҙ телен һаҡлап ҡалырға тейешлеге тураһында сара аҙығында Флүр Шаһисолтанов та әйтте. Ул шулай уҡ дөрөҫ ысулдарҙы һаҡлау зарурлығын билдәләне. Телде байытыр өсөн, балалар шиғыр ятларға, таҡта алдында сығыш яһай белергә, сараларҙа ҡатнашырға тейеш. Һәм, әлбиттә, төрлө милләт кешеләре хеҙмәттәшлек итергә, дуҫ булырға, берҙәм халыҡ булып йәшәргә тейеш. Бергәләп кенә беҙ туған телдәргә 100 аҙым яһай аласаҡбыҙ, тиелде сара аҙағында.
Рәйсә МУСИНА. Фотолар - "Ашҡаҙар-моңло радио" төркөмөнән алынды.
Читайте нас: